Билал ауылында йәшәүсе Юламанова Һауа Мәхмүтдин ҡыҙы ошо көндәрҙә үҙенең 95 йәшлек юбилейын билдәләй. Юбилярҙы ауыл Билал ауыл советының хакимиәт башлығы Илдар Шәһәрғәзе улы һәм ҡатын - ҡыҙҙар советы рәйесе Илдүсә Азат ҡыҙы ҡотланы.
Тыл ветераны Һауа инәй 1927 йылдың 27 февралендә Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауыл советы, Килдеғол ауылында тыуған. Атаһы урта хәлле крәҫтиән, ул алдынға ҡарашлы, дини кеше була. Шуның өсөн уны “кулак” мөһөрө тағып төрмәгә ябалар. Булған малын, бар мөлкәтен тартып алалар.
Һауа Мәхмүтдин ҡыҙына 13 йәш булғанда әсәһе үлеп китә. Йәше лә тулмаған ҡустыһын, һеңлеләрен, һуҡыр атаһын ҡарау уның өҫтөнә төшә. 1941 йылдан колхозда эшләй башлай. Йәйен ҡырҙа ятып бесән эшләйҙәр, ҡышын санаға утын бысалар, яҙын һал ағыҙалар. Иҫәп – хисапҡа арыу булғаны өсөн һуғыш аҙағында һәм һуғыштан һуң һатыусы, аҙаҡ склад мөдире итеп ҡуялар. 1949 йылдың 7 сентябрендә Билал ауылына килен булып төшә. 1952 йылға тиклем колхозда эшләй.
Унәң “Әсәлек”, “Әсәлек даны” миҙалдары, “Бөйөк Еңеүгә 60 йыл”, “Бөйөк Еңеүгә 65” юбилей миҙалдары бар. Уның тормош юлдашы Файзулла ағай Юламанов һуғыш ветераны ине. Улар 7 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Тормош ауырлыҡтарын күтәрергә лә, бала ҡайғыларын баштан үткәрергә лә тура килә уға. Оло юбилейын билдәләүсе Һауа инәйгә бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!
Райхана Булатова,
Билал ауылы китапханасыһы.