

Бөгөн Түбәнге Иҙрис ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Һатыбалова Аҫылбикә Исраил ҡыҙына 75 йәш тулды. Ошо уңайҙан ҡәҙерлебеҙҙе ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙгә бәрәкәтле оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Әсәйебеҙ ни бары 35 йәшендә тол ҡалды. Был мәлдә уның ҡулында береһенән-береһе бәләкәй 5 балаһы була. Өлкәненә 14 йәш тулған ине. Кинйәкәйебеҙгә ни бары 11 генә ай булды. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, әсәйебеҙ яңғыҙы тырышып, тырмашып ошо балаларҙы аяҡҡа баҫтырҙы. "Кеше араһында кәм-хур булмаһындар, етемлекте тоймаһындар" -- бына ниндәй уйҙар менән әсәйебеҙ йәшәне ул ваҡытта.
Хәҙер инде был балалар үҙҙәре атай, әсәй генә түгел, хатта олатай, өләсәйҙәр. Аллаға шөкөр тибеҙ. Һәр беребеҙ үҙ йорттарында, тормош иптәштәрбеҙе менән донъя көтәбеҙ. Был әсәйебеҙҙең тәрбиәһе. Әлеге ваҡытта әсәйебеҙ атайыбыҙ менән ҡорған донъяһында бер үҙе йәшәй. Ҡасан ғына ҡайтып төшмәйек, самауыр өҫтәл түрендә ултыра. Өҫтәл тулы ризыҡ. Әле генә мейестән бешеп сыҡҡан йылы икмәк менән беҙҙе ул ҡаршы ала.
Беҙгә терәк, кәрәк булып, ауырымай-һыҙланмай йәшәй бир. Һин булғанға беҙ бәхетле. Һинең алдыңда бай эйәбеҙ, ҡәҙерле әсәйебеҙ! Беҙ һине яратабыҙ.
Ҡотлау менән улдарың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүләсәләрең.