Байрамдар, юбилейҙар
15 Февраля 2022, 04:11

Бөгөн - Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 33 йыл

Афған һуғышында Башҡортостандан туғыҙ мең хәрби ҡатнаша. Уларҙың 343-е һәләк була, алтыһы хәбәрһеҙ юғала.  Уларҙың яугирлығына, батырлығына, ҡаһарманлығына баш эйәйек.

Бөгөн илебеҙ яугир-интернационалистарҙы иҫкә ала. Афған һуғышында Башҡортостандан туғыҙ мең хәрби ҡатнаша. Уларҙың 343-е һәләк була, алтыһы хәбәрһеҙ юғала. Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем дауам итте.
Афған. Илебеҙ тарихының әрнеүле, ҡайғылы бер бите. Күктәргә тейеп ултырған тауҙар араһында үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан яҙмыштар. Меңләгән үлемдәр күргән, меңләгән алданған һәм емерелгән хыялдар иле. Ауыр булһа ла был тарих битен хәтер һаҡлығы менән йыл да аса торабыҙ. Сөнки оноторға һәм онотторорға ярамай. Уларҙың яугирлығына, батырлығына, ҡаһарманлығына баш эйәйек.

Фото интернеттан алынды.

Бөгөн - Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 33 йыл
Бөгөн - Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 33 йыл
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас