+20 °С
Облачно
Бөгөн, 14 февраль, яҡты байрамдарҙың береһе - Ғашиҡтар көнө! Йәше лә, ҡарты ла был көндө мөғжизә көткәндәй, бер тулҡынланыу менән көтөп ала. Баймаҡ ГАГС бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, тап шундай мәлдә Баймаҡта ике йәш йөрәк үҙҙәренең ғаиләһен рәсми рәсми рәүештә теркәне. Шулай итеп, Баймаҡта йәш ғаилә барлыҡҡа килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар фотоға ла төшөргә теләмәне, исем-фамилияларын да атарға ҡаршы булды. Дөрөҫ, бәхет тыныслыҡты ярата! Ә үҙ сиратыбыҙҙа, беҙ йәш ғаиләгә бәхетле ғүмер теләйбеҙ! Бер берегеҙҙең йөрәгендә тоҡанған һөйөү усағы һүнмәһен, һүрелмәһен! Илебеҙгә лайыҡлы граждандар үҫтереп, ҡыуанып йәшәргә Хоҙай насип итһен!
Фото интернеттан алынды.