Һаҡмар
+9 °С
Облачно
Антитеррор
Байрамдар, юбилейҙар
2 Февраля 2022, 12:13

Өмөтбай ағинәйен ҡотлайбыҙ!

Бөрйән районында тыуып үҫеп, әлеге көндә Өмөтбай ауылында йәшәүсе "Әүлиә" ағинәйҙәр ойошмаһының әүҙем ағзаһы Асия Мәжит ҡыҙы Бүләкованы оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе, хөрмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Бөрйән районында тыуып үҫеп, әлеге көндә Өмөтбай ауылында йәшәүсе "Әүлиә" ағинәйҙәр ойошмаһының әүҙем ағзаһы Асия Мәжит ҡыҙы Бүләкованы оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе, хөрмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ул тормош иптәше менән биш балаға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы иртә генә баҡыйлыҡҡа күсә.  

Асия Мәжит ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр һауынсы булып эшләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте менән абруй яулай. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, урамын йәмләп ҡош-ҡортон, һарай тултырып мал көтә. Баҡсаһында еләк-емеше, йәшелсәһе емерелеп уңа."Әүлиә" ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы булараҡ, районда, республикала үткәрелгән конкурстарҙа ихлас ҡатнашып, призле урындар ала. Район "Ағинәй" ойошмаһы тарафынан үткәрелгән "Ҡорама ҡорау" бәйгеһендә ҡатнашып, "Үҙ эшенең оҫтаһы" номинацияһында еңеүсе булды. "Һаҡмар" гәзитенең социаль төркөмөндә ойошторолған "Уңған баҡсасы" бәйгеһенең еңеүсе булып таныды. БСТ каналының "Бәхетнамә "тапшырыуында ла ауыл ағинәйҙәре менән берлектә ҡатнашыу бәхетенә эйә булды.

Хөрмәтле ағинәй балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең һөйөүенә төрөлөп, матур ғүмер кисерә.

Өмөтбай ағинәйен ҡотлайбыҙ!
Өмөтбай ағинәйен ҡотлайбыҙ!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас