Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Байрамдар, юбилейҙар
21 Января 2022, 09:40

21 ғинуар - Ҡосаҡлау көнө

Вәт, бит әй! Ҡарағай менән Ҡайын ҡосаҡлашҡан! Мөғжизә бит!?  Кем белә, улар ҡайһы тарафтарҙа үҫә икән? Дөрөҫ, Баймаҡ районында. Ләкин ҡайһы ауыл урманында?

Рәхмәт яуғыры, әллә кем
Сығарған уйлап:
Ҡосаҡлау көнө бит бөгөн!
Бар донъя буйлап.
Ошо байрам илдән-илгә
Күсеп таралһын,
Бөтәһе лә бөтәһен дә
Ҡосаҡлап алһын!
Ҡалмаһын үпкә, асыуҙар,
Юғалһын нәфрәт,
Туҡтаһын ерҙә һуғыштар,
Тынһын ғәрәсәт!
Бар донъяға тик изгенән
Булһын теләктәр,
Дуҫлыҡ, хөрмәт, һөйөү менән
Типһен йөрәктәр!
Күңелемдә бары яҡты
Хистәр һаҡлайым.
Килсе, дуҫым, яндарыма:
Бер ҡосаҡлайым!
Фирүзә Абдуллина.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас