Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
13 Ғинуар 2022, 15:47

Иҫке Яңы йыл - ул өр яңы йыл!

Эй, Яңы йыл, Яңы йыл!  Яңы тыуған бала йыл.  Һин шаян, һин шуҡ әле.  Гөнаһтарың юҡ әле.  Ай үҫәһен көн үҫеп. Туҡтамайынса гел үҫеп. 

Иҫке Яңы йыл - ул өр яңы йыл!
Иҫке Яңы йыл - ул өр яңы йыл!

Эй, Яңы йыл, Яңы йыл! 

Яңы тыуған бала йыл. 

Һин шаян, һин шуҡ әле. 

Гөнаһтарың юҡ әле. 

Ай үҫәһен көн үҫеп.

Туҡтамайынса гел үҫеп. 

Күп ғәмәлдәр ҡылырһың, 

Баһадир ир булырһың.

Тик бер үк яуыз булма. 

Ергә ҡан-йәш ағыҙма. 

Йыйма ләғнәт-ҡарғыштар. 

Сыуалмаһын яҙмыштар... 

Өйһөҙҙәрҙе өйлө ит.

Көйһөҙҙәрҙе көйлө ит.

Йылы, йомшаҡ ҡул менән 

Үкһеҙҙәрҙең йәшен һөрт. 

Буйың менән түгел һин, 

Эшең менән оло бул. 

Һәр кешенең гел көткән

Иң бәхетле йылы бул.

Ф. Яруллин. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: