Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
3 Ғинуар 2022, 14:05

Төп приз - Гагарин урамында!

Яңы йылдың тәүге минут-сәғәттәрендә Иҫке Сибай ауылы өҫтө меңәрләгән төҫтәге фейрверктар балҡышы менән нурланды.

Төп приз - Гагарин урамында!

Яңы йылдың тәүге минут-сәғәттәрендә Иҫке Сибай ауылы өҫтө меңәрләгән төҫтәге фейрверктар балҡышы менән нурланды. Кремль куранттары тыныу менән бар халыҡ тышҡа һибелде шул, урамдар салют шартлауҙарына, күңелле шау-шыуға күмелде. Яңы йыл майҙансыҡтары конкурсында Гранпри яулаған Гагарин урамы ололары ла ситтә ҡалманы – бер-береһен оло еңеүҙәре менән ҡотлап, үҙ ҡулдары менән булдырылған майҙансыҡҡа ашыҡты! Тәнзилә апай менән Марат ағай Шәриповтар, Ләлә Исхаҡова ойошторған кескәй табын янында йәнле аралашыу, уйын-көлкө, ихлас шаярышыуҙар, һырғалаҡ шыуыу байтаҡ дауам итте. Инде өләсәй-ҡартатайҙар булып бөткән өлкәндәрҙең сабыйҙарса ҡыланыштарын күреү ҡыҙыҡ та, мәҙәк тә ине. Күңелле осрашыуға сыға алмағандар урамдаштарын кәрәҙле телефондар аша ихлас ҡотланы. 

Киләһе йылда ла дәррәү һәм берҙәм булырға, һәр яңы башланғыста алдынғылыҡҡа ынтылырға килешеп, күңелле нотала таралышты Гагарин урамы кешеләре.

Мотал Рәмов.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: