Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
31 Декабрь 2021, 08:48

"ҠАР ӨЙӨМӨ" салаты

#Һаҡмар_рецептар Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн салаттар эшләй торған көн.  Был "Ҡар өйөмө" салаты табынығыҙҙы йәмләп ултырыр, тип ышанабыҙ.

Был ҡатлы-ҡатлы салат.

ИНГРЕДИЕНТтарҙың күләмен үҙегеҙҙең ҡарамаҡҡа ҡалдырабыҙ.


1-се ҡатлам: бешкән картуфты ҡырғыс аша үткәреп һалабыҙ ҙа, өҫтөнә майонез һөртәбеҙ.


2- се ҡатлам: бешкән кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, өҫтөнә майонез һөртәбеҙ.


3-сө ҡатлам: консервалағы балыҡты ваҡ итеп туралған hуған менән бутап hалабыҙ.

4-се ҡатлам: ваҡ итеп туралған болгар боросо өҫтөнә майонез һөртәбеҙ.

5-се ҡатлам: Бешкән йомортҡаның һарыһын айырып алып, уны һарымһаҡ һәм майонез менән бутайбыҙ. Ҡатнашманы урталай ҡырҡылған йомортҡа ағына тултырып, тәриләгә теҙеп һалабыҙ. Кисточка ярҙамында майонез һөрткәндән һуң, ҡырғыс аша сыр үткәреп һибәбеҙ.  

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: