Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
30 Декабрь 2021, 15:35

Ҡыш бабай Илгизәне ҡыуандырҙы

-

Ҡыш бабай бүләк өләшеүен дауам итә. "Теләктәр шыршыһы" республика акцияһында Республика Хөкүмәте вице-премьеры Илшат Тажетдинов Баймаҡ ҡалаһынан Илгизә Йосопованың хыялын тормошҡа ашырҙы. Ул мобиль телефон тураһында хыялланған. Бөгөн район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев Илшат Азамат улының бүләген Илгизә Йосоповаға тапшырҙы.

"Теләктәр шыршыһы" Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы 2019 йылда башланды. Уға ярашлы, етем, мөмкинлеге сикләнгән йәки можтаж ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларҙың яңы йыл хыялдары тормошҡа ашырыла. Быйыл Башҡортостанда был проектҡа 531 кеше ҡушылды. Улар араһында Республика Хөкүмәте ағзалары, сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар һәм артистар бар.

Ҡыш бабай Илгизәне ҡыуандырҙы
Ҡыш бабай Илгизәне ҡыуандырҙы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: