Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
29 Декабрь 2021, 14:47

Әле эшләйһе эштәр күп!

29 декабрҙә йәнә бер үҙенсәлекле байрам билдәләнә. Ул - "Әле эшләйһе эштәр күп!" тип атала.  Исеменән күренеүенсә, Яңы йыл етергә һанаулы ғына көндәр ҡалғанда, бик күп эште эшләп өлгөрөргә тура килә. Мәҫәлән, иҫке әйберҙәрҙән ҡотолорға, Яңы йылға өйҙө биҙәргә, байрам табынына аҙыҡ-түлек алырға, меню төҙөргә һ.б. 

Шулай уҡ был көндө ҡайһы берәүҙәр рухи яҡтан план ҡора. Мәҫәлән, үпкәләткән кешеңде ғәфү итергә йә үҙең ғәфү үтенергә тейешһең икән. Уҙған йылға йомғаҡлау яһарға, киләһе 365 көнлөк йылға яңы пландар, маҡсаттар ҡорорға һ.б. 
 
Нисек кенә булмаһын, был көндө уңышлы һәм файҙалы итеп үткәрергә яҙһын! Етеп килгән Яңы йыл менән, дуҫтар! 
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: