Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
24 Декабрь 2021, 15:15

Яңы йылды ҡайҙа, нисек ҡаршылайҙар?

Шотландияла Яңы йылда һәр йорттоң ишеге асыҡ: теләгән кеше өйгә инә ала. Ҡунаҡ үҙе менән күмер алып килергә һәм уны хужаның мейесенә ташлап: “Был өйҙә йылы усаҡ бер ҡасан да һүнмәһен”, — тип әйтергә тейеш...

Донъяның төрлө ерҙәрендә йәшәгән халыҡ уны төрлө миҙгелдә, ә ҡайһы илдәрҙә йылына бер нисә тапҡыр билдәләй. Өҫтәүенә, һәр халыҡ, үҙ йолаларына ярашлы, иҫке йылды оҙатыу байрамын уҙғарырға тырыша. Индеецтар Яңы йылды аҡланда ҙур усаҡ янында ҡаршы ала. Улар, аҡтан кейенеп, осонда ҡауырһындан яһалған шарҙар ҡуйылған таяҡ тотоп ут тирәләй бейей. Бейеүселәр утҡа яҡыныраҡ килергә тырыша. Әгәр шарҙар тоҡанып яна башлаһа, улар сикһеҙ шатлана. Ун алты иң көслө ир ҙур ҡыҙыл шарҙы бағана осона мендереп элә. Шул ваҡыт барыһы ла: “Яңы йыл тыуҙы! Яңы йыл килде!” – тип ҡыуаныстарын белдереп, ҡысҡырыша.

 

Шотландияла Яңы йылда һәр йорттоң ишеге асыҡ: теләгән кеше өйгә инә ала. Ҡунаҡ үҙе менән күмер алып килергә һәм уны хужаның мейесенә ташлап: “Был өйҙә йылы усаҡ бер ҡасан да һүнмәһен”, — тип әйтергә тейеш.

 

Кенияла Яңы йылды һыуҙа байрам итәләр. Был көндә халыҡ йылғаларҙа, күлдәрҙә, Һинд океанында оҙаҡ һыу инә, кәмәлә йөҙә, күңел аса.

 

Итальяндар уҙып барған йылдың һуңғы минуттарында барлыҡ эшен бөтөрөп ҡалырға, береһе менән дә әрләшмәҫкә, асыуланышмаҫҡа тырыша һәм бурысҡа аҡса алмай.

 

Болгарияла сәғәт нәҡ 12 тулғанда өйҙәрҙә бер нисә минутҡа ут һүндерелә. Был — Яңы йыл үбешеүҙәре ваҡыты. 

 

Күп илдәрҙә Яңы йыл бүләктәрен Ҡыш бабай өләшә. Әйтеп үтергә кәрәк, баҡтиһәң, беҙҙең яратҡан Ҡыш бабай әллә ни ҡарт та түгел икән. Ул ХIХ быуаттың беренсе яртыһында ғына тыуған. Ә унан алда бөтөнләй башҡа ҡиәфәттә булған. Уҫал һәм ҡурҡыныс “һалдат кнехт Рупрехт” шыршы байрамына килгән. Ул балаларҙы үҙенең тоғона йәшерергә яратҡан.

 

Кубала Яңы йыл алдынан өйҙәге бөтә һауыт-һабаларҙы һыу менән тултыралар. Төн уртаһы еттеме, уны тәҙрә аша түгә башлайҙар. Шулай итеп, кешеләр бер-береһен байрам менән ҡотлай, һыу кеүек, таҙа, аҡ һәм пак булыуын теләй.

 

Испанияла яңы йыл төнөндә виноград ашау йолаһы бар. Сәғәт һуҡҡанда 12-не ашап өлгөрһәң, йыл яҡшы киләсәк.

 

Бәхетле булам тиһәң, Австрияла сусҡа башының йәки морононоң өлөшөн ашарға тура киләсәк.

 

Италияла иҫке йылдың һуңғы минуттарында ярылған һауыт-һаба, иҫке кейем-һалым, хатта йорт йыһаздарын ташлау ғәҙәткә ингән. Уның артынса бенгаль уттары яндырыла, шартлатҡыстар оса. Яңы йыл төнөндә иҫке әйберҙәрҙе ырғытһаң, киләһе йыл яңыһын алырһың, тигән ырымға ышаныу бар. Балалар тылсымсы Бефанды көтөп ала. Ул үҙенең һеперткеһендә осоп килеп, торба аша өйгә инеп, бүләктәр ҡалдыра икән.

 

Панамала яңы йыл башланған ғына төндә бөтә көсөнә ҡыңғырауҙар сыңлай, автомобилдәр пипелдәй. Балалар, өлкәндәр бар көсөнә ҡысҡырып, нимә тура килә, шуның менән туҡылдатып, тауыш бирәләр. Бында яңы йылды шулай ҡаршылау йолаһы йәшәй.

 

Румынияла кейәүгә сыҡмаған ҡатын-ҡыҙҙар ҡоҙоҡ эргәһенә килеп, шәм яндырып, аҫҡа ҡарай. Һыу өҫтөндә буласаҡ тормош иптәшенең һүрәте күренә, тип иҫәпләйҙәр. Яңы йыл өҫтәленә бәлештәрҙе төрлө сюрприздар менән бешереү ғәҙәткә әйләнгән. Уның эсендә аҡса тапҡан кешегә бәхет киләсәк.

 

Скандинавияла Яңы йылдың тәүге секундында өҫтәл аҫтында сусҡа һымаҡ мырҡылдарға тура килер. Был ғаиләнән ауырыуҙар, уңышһыҙлыҡтар, ен-шайтандарҙы ҡыуа, тип ышаналар.

 

Шотландияла дегетле мискәләрҙе яндыралар, уларҙы урам буйлап этеп алып китәләр. Шулай итеп, иҫке йылды оҙатып, яңыһына юл күрһәтеп баралар. Өр-яңы йылда кем өйгә иң беренсе инә, хужаларҙың бай, муллығына ишаралай. Әгәр ҙә ҡара сәсле ир-егет бүләк менән килһә, бигерәк тә яҡшы, бәхет килтерә.

 

Японияла  балалар Яңы йылды яңы кейемдә ҡаршы ала. Байрам төнөндә уй-хыялдары төшөрөлгән һүрәтте мендәр аҫтына һалалар, шулай итһәң, теләгең мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ, тиҙәр. Йылдың башланған тәүге секундында ныҡ итеп көлһәң, йыл буйына бәхет урап үтмәйәсәк. Ә инде иртәнсәк улар ҡояш ҡалҡҡанын ҡаршыларға сығып, бер-береһен ҡотлай, бүләктәр бирә.

Сығанаҡ  интернет селтәрҙәренән алынды.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: