Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
22 Декабрь 2021, 19:00

"Юлбарыҫ"ты ҡаршылағанда өйҙө дөрөҫ биҙәйек

-

Йыл хужаһы – Юлбарыҫты көткәндә йортоғоҙҙо биҙәргә айырым иғтибар бирегеҙ. Бөхтәлек, таҙалыҡ, тыныслыҡ хакимлыҡ итһен. Саҡырып торған төҫтәрҙән ҡасығыҙ. Ҡыҙыл, ҡыҙыл-һары, шулай уҡ неон төҫтәр бөтөнләй булмаһын. Улар байрам төҫө бирмәй, ә хәүеф тыуҙырып, тыныслыҡ бирмәйәсәк.

Шыршыға мотлаҡ рәүештә Юлбарыҫ талисманын элегеҙ. Дивандарға алтын, һары төҫтәге йомшаҡ пледтар, покрывалдар, декоратив яҫтыҡтар түшәгеҙ. Шулай уҡ Юлбарыҫ йәшеллекте лә ярата. Тик яһалма түгел, ә ысын булған йәшел үҫентеләргә өҫтөнлөк бирегеҙ: пальма, папоротник алып ултыртығыҙ.

Фото интернеттан алынды.

"Юлбарыҫ"ты ҡаршылағанда өйҙө дөрөҫ биҙәйек
"Юлбарыҫ"ты ҡаршылағанда өйҙө дөрөҫ биҙәйек
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: