Байрамдар, юбилейҙар
22 Декабря 2021, 03:35

Яңы йыл майҙансығын асҡанда балалар һырғалағы емерелгән

Бер нисә бала зыян күргән.

Добавить в предпочтительные источники Google

18 декабрҙә Белореттың Металлургтар майҙанында төҙөлгән Яңы йыл ҡаласағын асҡан саҡта бәләкәй балалар өсөн тәғәйенләнгән һырғалаҡ емерелгән. Ә ҙурында эйергә теләүселәр күп булмаған. Социаль селтәрҙә ошо хаҡта ныҡ ҡына фекер алышыуҙар бара. Сөнки бер нисә бала йәрәхәтләнгән.  Ҡайһы берәүҙәр зыян күреүселәр тағы ла күберәк булыуы ихтимал ине, ти. Икенселәр был һырғалаҡта көсөргәнешлек ҙур булды, сөнки унда балаларҙан тыш ата-әсәләр ҙә менгән, атайҙар бәләкәстәрен кеше баштары аша ла бер-береһенә ебәргән, тип яҙа. Белорет район хакимиәте  иһә:  "Балаларҙың ғына түгел, ә уларҙың ата-әсәләре лә менгәнлектән бәләкәй һырғалаҡта ҙур көсөргәнешлек килеп тыуған, һөҙөмтәлә өҫкө платформа өлөшләтә емерелгән. Һырғалаҡ махсус заводта эшләнгән, сертификаты бар. Өс баланың һәм бер өлкән кешенең тәнендә һыҙырылған һәм һуҡлыҡҡан урындар бар. Әлеге ваҡытта "Юл һәм йәшелләндереү эштәре буйынса ремонт-төҙөлөш идаралығы менән берлектә килеп сыҡҡан хәл-ваҡиғаны тикшереү эштәре бара", - тип хәбәр итә. 

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванютаның белдереүенсә, һырғалаҡ төҙөк булған, бер нисә йыл ғына файҙаланылған. Хәҙер ул ҡайтанан төҙөкләндерелгән", - тип яуап бирә.

Сығанаҡ: "Башинформ" 

 

Автор:Лилия Такаева