Рәсәйҙә ХV быуатта 1 сентябрҙә Яңы йыл башы булып иҫәпләнгән. Ләкин бер көндө майҙанда батша Петр I ярандары: “Бөгөндән башлап һәм мәңгегә 1 сентябрь ябай көн, тип иҫәпләнә. 7208 йылдың 31 декабренән һуң Рәсәйҙә, башҡа Европа илдәрендәге кеүек үк, Яңы йыл — христиан эраһының 1700 йылының 1 ғинуары башлана”, — тип батшаның әмерен еткерәләр.
31 декабрҙә ярты төн уртаһында тантананы Петр I үҙе аса. Ҡулындағы факел менән ут ҡабыҙа, еңел шартлаған ҡатнашмаларҙан торған төрлө биҙәү уттары күккә атылып, йыйылған халыҡты осҡонға, көлгә, ҡоромға күмә. Батша әмере буйынса туптар атыла. Хәрби оркестр күңелле көй уйнай. Шыршы, ҡарағай ботаҡтары менән ҡапҡалар биҙәлә. Байрам итеү бер аҙнаға һуҙыла. Батша шулай уҡ кәйеф-сафа өсөн бер-береһен ҡотлау бурысын йөкмәтә. Ана шулай Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ғинуар Яңы йылы үткәрелә.