Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Байрамдар, юбилейҙар
6 Декабря 2021, 09:22

Ҡыш бабай байрамға килерме?

Дөйөм Яңы йыл байрамын уҙғарыу тыйылды.

Балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә дөйөм Яңы йыл байрамдары уҙғарылмаясаҡ. Ошо хаҡта республика буйынса Роспотребнадзор башлығы Анна Казак белдерҙе. Уның әйтеүенсә, бөтәһе лә коронавирустан һаҡланыу сиктәрендә эшләнелә. Байрам бары тик айырым төркөм йәки класс өсөн генә уҙасаҡ. Ул төрлө төркөмдәрҙәге йәки кластарҙағы балаларҙы бергә осраштырмаҫ һәм шуның менән инфекцияның таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн һаҡланыу сараһы булып тора. Быға ҡәҙәр Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, байрам сараһына бары тик вакцина эшләткән ата-әсәләр генә инә аласаҡ. Ә бына аниматорҙар, артистар, фотогрофтарға инеү тыйыла.

Сығанаҡ: Башнюс  

Фото интернеттан алынды. 

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас