+17 °С
Облачно


Бөгөн үҙенсәлекле байрам. Ул етеп килгән Яңы йылға арнала. Ҡыш бабайҙан бүләк һорап хат яҙа йә һорай торған көн. Был байрам Ҡыш бабайға һәм мөғжизәгә ышанғандарҙың байрамы.
Ғәҙәттә тап 4 декабрҙә күп кенә илдәрҙә почта бүлексәләре Ҡыш бабайға яҙылған хаттарҙы ҡабул итә башлайҙар. Бында балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә күптән хыялланған бүләген һорап, хат ебәрәләр. Ә сал сәсле тылсым эйәһе уны мотлаҡ ғәмәлгә ашырыр булған.
Ни өсөн тап 4 декабрҙәме? Яңы йылға күп ҡалмаған. Ә Ер шарыбыҙ ҙур. Ҡыш бабайға хат барып етһен өсөн тап ошо ваҡыт талап ителә. Тирә-яғығыҙға иғтибарлыраҡ ҡарағыҙ әле: төрлө төҫтәге уттар яна башланымы?
Етеп килгән Яңы йыл менән һәммәбеҙҙе лә!