Бөгөн көҙҙөң һуңғы көнө! Иртәгә ҡыыыыыш! Ысын ҡыш килә: ҡарлы, буранлы.
ҠЫШ
Кемдер, селтәр биҙәк яһап,
Тәҙрәгә һуҙа ҡорған.
Мамыҡтай ҡарҙар яуҙырып,
Түшәй аҡ, йомшаҡ юрған.
Ҡуян тунын алмаштырған,
Хәҙер ул ап-аҡ ҡына.
Яңы йылға яңы кейем
Кейҙем, ти ҙә маҡтана.
(Г.Яҡупова)
ТЫШТА ҠАР ЯУА
Тышта ҡар яуа,
Ниндәй саф һауа!
Әйҙә сығайыҡ,
Сана шыуайыҡ;
Ҡырға барайыҡ,
Юлдар ярайыҡ.
Биттәр ал булһын,
Күңелле ял булһын!
(Ҡ.Даян)
ҠЫШ
Ап-аҡ ҡына ҡар яуған
Бөтә ерҙе ҡаплаған,
Юл ситендә ялтырай -
Көмөш түгелгән буғай.
Баҫыуҙар ҙа аҡтан ғына
Ябынған ҡарҙан юрған.
Ваҡыт еткәс мул уңышлы —
Йәшелдән булыр ҡорған.
(Ф.Дәүләтсурина)
ОСА КҮКТӘ
Оса күктә, оса күктә
күбәләкме, ҡармы?
Йәй ҙә үтте, көҙ ҙә үтте,
шундай ваҡыт бармы?
Бар икән, бар икән,
Яуғаны аҡ ҡар икән,
Ҡар икән, ҡар икән,
Шундай ваҡыт бар икән.
(Х.Ғиләжев )
ҠАР ЯУА
Мамыҡ ҡар яуа,
Шундай саф һауа.
Саналар һөйрәп,
Беҙ киттек тауға.
Саналар оса,
Ҡаршы ел выжлай.
Ә шатлыҡ беҙҙең
Күкрәккә һыймай.
Кемдәр ҡурҡмайҙар
Елдән, һыуыҡтан,
Шулар барыһы
Тау шыуа сыҡҡан.
(Ш.Бикҡолов)
ҠЫШ
Таң менән тышҡа сыҡһам,
Ап-аҡ булған ер өҫтө.
Ҡайҙан алған ҡыш-рәссам
Шундай яғымлы төҫтө?
Ағастарҙың буйына
Мамыҡ шәлен ураған.
Ихатаның алдына
Ҡарҙан тауҙар бураған.
Тәҙрәләрҙең ситенә
Тау-ҡырҙарҙы төшөргән.
Ҡыйыҡтарҙың башына
Аҡлы-күкле төҫ өргән.
Төн буйы алһыҙ-ялһыҙ
Биҙәгән тирә-яҡты.
Тик шыршыларға ғына
Еткермәй ҡалған аҡты.
(Р.Сөләймәнов)
Фото интернеттан.