Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Байрамдар, юбилейҙар
28 Ноября 2021, 05:35

Әсәйҙәргә

Әсәйҙәргә ваҡытыбыҙ етмәй, Ашығабыҙ, бөтмәй эшебеҙ, Сит-яттарға ярҙам күрһәтәбеҙ, Әсәй көтөр – ул үҙ кешебеҙ! Беҙҙең өсөн тик ул янып-көйә, Көтә тәмлекәстәр бешереп, Һыҙланыуын беҙгә һиҙҙермәйсә, Төндә эсә дарыу йәшереп...

Әсәйҙәргә ваҡытыбыҙ етмәй,

Ашығабыҙ, бөтмәй эшебеҙ,

Сит-яттарға ярҙам күрһәтәбеҙ,

Әсәй көтөр – ул үҙ кешебеҙ!

 

Беҙҙең өсөн тик ул янып-көйә,

Көтә тәмлекәстәр бешереп,

Һыҙланыуын беҙгә һиҙҙермәйсә,

Төндә эсә дарыу йәшереп.

 

Күп һөйләйбеҙ, ләкин иң кәрәкле,

Иң ҡәҙерле һүҙҙе әйтмәйбеҙ,

“Ҡабаланам, әсәй, хуш хәҙергә!”-

Яуап биргәнен дә көтмәйбеҙ.

 

Эстән генә доғаларын уҡып,

Йүгерә-атлай ҡала оҙатып,

Төн йоҡламай аҙаҡ беҙҙе уйлап,

Беҙ китәбеҙ шулай илатып.

 

Күп кәрәкме уға? Ул бит әсәй!

Сикәһенә терәп сикәне,

“Һин кәрәкһең, әсәй, һағынам,” - тип

Бер ҡосаҡлап уны үпһәңсе!

 

Ҡояш кеүек балҡыр әсә йөҙө,

Йөрәгенә килер еңеллек…

Ошо йөрәк әле типкән саҡта

Ашығайыҡ өйгә иң элек!

Фирүзә Абдуллина.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас