Байрамдар, юбилейҙар
26 Ноября 2021, 11:37

ӘСӘЙЕМ - ҠОЯШЫМ

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы әсәйҙәренә бағышлана. http://project3119257.tilda.ws/page23748993.html

«Әсәй!» — тип телем асылған,

«Әсәй!» — тип юлға сығылған,

«Әсәй!» — тип бәхет табылған,

«Әсәй!» — тип урап ҡайтылған.

«Әсәй!» — тип төндә уянам,

«Әсәй!» — тип өндә ҡыуанам,

«Әсәй!» — тип йөрәк һыҙлаһа,

Ҡайтырмын бер, тип йыуанам…

Мине саҡырһа ла далам,

Юлдарға кәртә ҡоролған.

Тыуған яҡты һағыныуҙарым

«Әсәй!..» һүҙенән ҡойолған...

(Ҡ.Аралбай)

http://project3119257.tilda.ws/page23748993.html

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас