Бөтә донъяла сәләмләү көнөн 1973 йылдан билдәләйҙәр. Уның төп маҡсаты ― осрашып күрешеүҙең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алыу. Изге һәм яғымлы ҡараш, матур итеп аралашыу арҡаһында ғына һәр төрлө конфликтты еңеп була. Шуға ла көс ҡулланмаҫҡа кәңәш ителә.
Был байрамды ағайлы-ҡустылы америкалылар Майкл һәм Брайен Маккомак уйлап сығара. Ошо рәүешле улар халыҡ-ара барған көсөргәнешле хәл-ваҡиғаларға протест белдерә. «Ябай, әммә эффектлы аҙым кәрәк», — тип
ағайлы-ҡустылы Маккомактар донъяның һәр төбәгенә сәләмләү хаттарын яҙып ебәрәләр. Хатта улар ошолай уҡ үҙе белгәндәргә һәм белмәгәндәргә сәләм хаттарын үҙҙәре лә яҙыуын һорайҙар. Был идеяны 180 ил күтәреп ала!
Тап ошо көндән алып Сәләмләү көнөн бар донъяла тап бөгөн билдәләй башлайҙар. Тап ошондай матур байрамда бер-беребеҙҙе сәләмләйек. Яҡшы һәм шатлыҡлы кәйефебеҙ менән бер-беребеҙгә бүләк итәйек.
Яҡшы кәйеф барыбыҙға ла!