Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Байрамдар, юбилейҙар
29 Октября 2021, 11:33

«Беҙҙең Таһир килә...”

Олоһо ла, кесеһе лә автобус туҡталышында: “Беҙҙең Таһир йәки беҙҙең Таһир ағай килә”, - тип йылмайып ҡаршы ала яратҡан водителен. Пассажирҙарҙың йылы һүҙен ишетеп, асыҡ сырайын күреүҙән дә оло бәхет бармы икән шофер хеҙмәте өсөн?!

«Беҙҙең Таһир килә...”«Беҙҙең Таһир килә...”
«Беҙҙең Таһир килә...”

Йыл һайын октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Беҙҙең Буранбайҙан Баймаҡҡа йөрөүсе автобус водителе Таһир Үтәғоловты һөнәри байрамы айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ.

Сыңғыҙ ауылы егете Үтәғолов Таһир Варис улы бәләкәйҙән, күпселек ауыл малайҙары кеүек үк, водитель булырға хыяллана. Шуға ла урта мәктәпте тамамлағас, уның алдында ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау тормай. Туп-тура шоферлыҡҡа уҡырға бара. Хеҙмәт юлын Ленин исемендәге колхозда башлай. Йөк машинаһында ла, автокранда ла эшләй. Эшенә яуаплы ҡараған, сос, тырыш егет ҡыҫҡа ваҡытта алдынғылар рәтенә сыға, етәкселектең ышанысын яулай.

Заманалар үҙгәреп китеп сәбәпле, Таһир Варис улы хеҙмәт юлын Баймаҡ АТП-һында дауам итә. Ул Баймаҡ – Буранбай, Баймаҡ – Мерәҫ, шулай уҡ Баймаҡ – Сибай ҡала-ара маршруттарында йөрөй. Юлда шофер ниндәй генә хәлдәргә тарымай ҙа, ниндәй генә пассажирҙар осрамай. Шуға күрә унан һөнәри оҫталыҡ та, сабырлыҡ та, тәүәккәллек тә талап ителә. Иртәнән кискә тиклем юлда булыу ҙа еңел түгел, әлбиттә. Ә Таһир Үтәғоловтың ике тиҫтә йылға яҡын ғүмерен пассажирҙар ташыуға арнауы һөнәренә булған һөйөүе хаҡында һөйләй. Баймаҡ АТП-һында ла ул үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә. Абруйлы, тәжрибәле водитель бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына, наградаларға, 2016 йылда “Йыл водителе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Һөнәри оҫталығы менән генә түгел, ә матур кешелек сифаттары менән дә пассажирҙар ихтирамын яулай ул. Олоһо ла, кесеһе лә автобус туҡталышында: “Беҙҙең Таһир йәки беҙҙең Таһир ағай килә”, - тип йылмайып ҡаршы ала яратҡан водителен. Пассажирҙарҙың йылы һүҙен ишетеп, асыҡ сырайын күреүҙән дә оло бәхет бармы икән шофер хеҙмәте өсөн?!

Эше менән генә түгел, ғаиләһе менән дә бәхетле Таһир. Ҡатыны Мөршиҙә менән өс ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Балалары ла ата-әсәһе кеүек эшһөйәр, тырыш, кешелекле, кеселекле. Улар матур итеп үҙ аллы тормош көтәләр.

Таһир Варис улына киләсәктә лә эшенән йәм табып, сәләмәтлектә, ғаилә именлегендә, халыҡ ихтирамында оҙон-оҙаҡ йәшәүен, юлдарының хәүеф-хәтәрһеҙ булыуын теләйбеҙ.

Фәннүрә Раева.

Буранбай ауылы.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас