+13 °С
Облачно
Баймаҡ ҡалаһында "Атайҙар аллеяһы" барлыҡҡа килде. Кисә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев етәкселегендә район атайҙары Юбилей урамында "Атайҙар көнө"нә арнап, яңы аллеяға алма һәм миләш ағастары ултыртты.
Рәсәй Президенты указы менән һайын октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе "Атайҙар көнө" булараҡ билдәләнәсәк. Быйыл ул 17 октябргә тура килде.