+21 °С
Облачно


Ишей ауыл клубында ололар көнөнә ҡарата "Ҡартаямы ни йөрәк!" исемле бик матур сара үтте.
Сараны мәктәп уҡыусылары асып ебәрҙе. Артабан уны ауылдың ағинәйҙәре дауам итте. Йырланылар, бейенеләр, шиғыр һөйләнеләр. "Гөлгиҙәр" фольклор ансамбле ағинәйҙәре хатта көләмәстәр һөйләп ишеттерҙеләр.
Байрам табын артындағы күңелле һөйләшеүҙәр менән дауам итте.
Йыл да эшҡыуар Филин Анатолий Александрович ололарға күстәнәстәр тарата. Быйыл да ул был ғәҙәтенә тоғро ҡалды. Бының өсөн ауылдаштарым исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Эшендә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.