+17 °С
Облачно
Был көн 2019 йылдан алып йыл һайын билдәләнеп килә.
Аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары насар ғәҙәткә әйләнә бара. Беҙ магазиндан кәрәгенән күберәкте һатып алабыҙ ҙа артып ҡалғанын сығарып ташлайбыҙ. Әсеп ятҡан емештәр, күгәреп бөткән икмәктәр... Кафе һәм ресторандарҙа кәрәгенән артығын алып, уны сығарып түгеүҙәр... Шуға ла һәр йыл етештерелгән аҙыҡ-түлектең өстән бер өлөшө генә ашала. Ҡалғаны сүп-сарҙы тулыландыра...
Бындай әләф-тәләфләүҙе туҡтатыу зарур. Тап ошоноң өсөн был көн уйланып сығарылған да инде.