Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

ТҮҢГӘҮЕРҘӘР! Ҡуңғырат!

19 июнь көнө Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында Түңгәүерҙәрҙең йыйыны үтәсәк.

Был хаҡта Түңгәүер ырыуының ҡор башы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә:
"ТҮҢГӘҮЕРҘӘР! Ҡуңғырат! Хөрмәтле ырыуҙаштар! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән 2021 йыл «Башҡорт тарихы йылы» - тип иғлан ителгәйне. Шуға күрә быйыл илебеҙҙә ырыуҙар хәрәкәте әүҙемләште.
19 июнь көнө Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында Түңгәүерҙәрҙең йыйыны үтәсәк. Байрам Ҡашҡар ауылы эргәһендәге яланда үтәсәк. Ҡорға Башҡортосандың төрлө райондарында йәшәгән түңгәүерҙәр йыйыласаҡ. Байрам мәҙәни сараларға бай буласаҡ: Сибай филармонияһы артистары зауыҡлы, мауыҡтығыс итеп Ҡашҡар ауылы тарихын сәхнәлә күрһәтәсәк, "Мәргән уҡсы" бәйгеһе, Ғаззали батыр Үтәшев исемендәге призға милли көрәш, "Тамыр" балалар студияһы һәм "Аҡбуҙат" журналы ойошторған уйындар, бәйгеләр , "Өлгөлө ғаилә" конкурсы һ. б. Рәхим итегеҙ, ырыуҙаштар!".
Читайте нас: