Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

"Әүлиә" ағинәйҙәре - әкиәт оҫталары!

Башҡорт ҡатын –ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторған «Өләсәйем әкиәттәре» онлайн-конкурсына йомғаҡ яһалды.

Башҡорт ҡатын –ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторған «Өләсәйем әкиәттәре» онлайн-конкурсына йомғаҡ яһалды.
Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто, «Берҙәм Рәсәй» партияһы һәм БДУ етәкселеге ойоштороу эштәрендә ҡатнашты.
–Өләсәй әкиәттәрен тыңлап үҫкән сабый күңелендә насарлыҡҡа урын ҡалмай. Конкурс еңеүселәренең ижады бер йыйынтыҡ булып донъя күреүе, киләсәктә балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн йөкмәткеле әсбап буласаҡ,ти әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина.
Бәйгелә ҡатнашҡан ҡатын - ҡыҙҙарымды : Өмөтбай " Әүлиә "ағинәйҙәре ҡоро ағзаларын еңеү менән ҡотлайым. Ауыҙ - телдән быуын - быуынға һөйләнеп килгән әкиәтебеҙ менән бәйге лә ҡатнашып, сертификатҡа лайыҡ булыуыбыҙға ҡыуанабыҙ. Ошондай матур сара ойошторған Гөлнур Ғәлинур ҡыҙына, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Уңыштар теләйбеҙ.
Әнүзә Мәжитова.
Читайте нас: