Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ала ҡарға ашаһын! Ҡара ҡарға ашаһын!

Илгә именлек,Ергә тыныслыҡ теләһен”Ҡарағайлы йылғаһы буйы, балалар тауышы менән тулды.

Ала ҡарға ашаһын!
Ҡара ҡарға ашаһын”
Илгә именлек,
Ергә тыныслыҡ теләһен”
Ҡарағайлы йылғаһы буйы, балалар тауышы менән тулды. Өлкәндәр ҡаҙан аҫты, самауыр, кәрәк яраҡтарҙы күтәреп өләсәй-әсәй, инәйҙәр йыйылдылар. Өләсәйҙәр тәсбих тартһа, инәй-әсәйҙәр ҡаҙан тирәһендә булыштылар. Эльвира Урал ҡыҙы Танһыҡҡужина балаларға төрлө спорт ярыштары үткәрҙе, хатта өләсәй, әсәйҙәр ҙә ярыштылар. Альбина Вәлит ҡыҙы ер-һыуҙы сәләмләү, ҡарға бутҡаһының тарихын һөйләп, өлкәндәр менән берлектә теләктәр теләп, ҡарғаларҙы бутҡа менән һыйлап, Клара апай Хәмитова аяттарын уҡып, балаларға татлы приздар таратып, һәр тереклеккә рәхмәт белдереп, ямғыр теләп таралыштыҡ.
Атайсал фольлор ансамбленә, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына, Ильвира һәм Әсҡәт Рәхмәтуллиндарға, Файза Утарбаеваға, Рәмзиә Әбдрәхим ҡыҙы Иҙрисоваға һәр бер ҡатнашыусыға рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәктә лә әүҙем булыуығыҙҙы теләп ҡалабыҙ.
Миңнур Һунаршина.
Иҫке Сибай ауылы.
Фотолар:
Читайте нас: