Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бәхетле булһын балалар!

Бөгөн Ишейҙә саф һауала балаларыбыҙ өсөн бик матур һабантуй ойошторҙоҡ.

Бөгөн Ишейҙә саф һауала уҡ ярышы үткән урында балаларыбыҙ өсөн бик матур һабантуй ойошторҙоҡ. Төрлө уйындар уйнап, ярышып кинәнде улар. Байрам уңайынан Илүзә һәм Илдус Абдрахмановтар бүләктәр әҙерләне. Клуб мөдире Миңзифа йыл буйы бейеү түңәрәгенә йөрөгән балаларға маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы. Мәктәп ашнаҡсыһы Рәсилә тәмлекәстәр таратты, ә мин каникулда уйнаһындар инде тип уйынсыҡтар бирҙем. Ағинәйҙәребеҙ һәр саҡтағыса дәртле бит инде, бөгөн улар балаларға шифалы үләндәр хаҡынла һөйләп үттеләр - йәй көнө ҡышҡылыҡҡа әҙерләнергә ҡуштылар. Аҙаҡ инде өлгөр әсәйҙәребеҙҙең һәм өләсәйҙәребеҙҙең йәмле табынында сәй эсеп, заманса бейеп таралыштыҡ. Балаларыбыҙ өсөн ойошторолған байрам бик күңелле үтте, рәхмәт барыһына ла.
Венера Ҡасҡынова.
Ишей ауылы.
Читайте нас: