Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ямғыр теләр ваҡыт етте түгелме?

Ямғыр теләү – башҡорт халҡының матур йолаларының береһе. Быуындан-быуынға тапшырылып килеп, күпмелер дәрәжәлә үҙгәртелеп тә, байытылып та беҙҙең көндәргә килеп еткән.

Ямғыр теләр ваҡыт етте түгелме?

Ямғыр теләү – башҡорт халҡының матур йолаларының береһе. Быуындан-быуынға тапшырылып килеп, күпмелер дәрәжәлә үҙгәртелеп тә, байытылып та беҙҙең көндәргә килеп еткән.

Ямғыр теләү йолаһында балалар ҙа, ағинәйҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, олатайҙар ҙа ҙур ихласлыҡ менән ҡатнаша. Әлеге ваҡыттағыса, елһеҙ-ямғырһыҙ, эҫе ҡояшлы, бер тамсы таммаған көндәрҙә уҙғарыла. Ауыл халҡы йыйылышып, Хоҙай Тәғәләгә табынып, ямғыр һорайҙар, теләк теләйҙәр, доға ҡылалар.

Хөрмәтле ағинәйҙәр, ямғыр теләү ваҡытты килеп етте түгелме? Әле сығып та өлгөрмәгән үләндәр ҡарғайып, кибер хәлгә еткән. Нисә көн, аҙна ергә бер тамсы ла төшкәне юҡ.

Ямғырым яу-яу,

Ямғырыу яу-яу!

Беҙ һорайбыҙ Хоҙайҙан,

Арыштан, бойҙайҙан,

Ҡаластан, икмәктән,

Һыйырҙарҙың һөтө күп булһын.

Игендәрҙең башаҡтары

Ас булмаһын, туҡ булһын...

Ямғырым яу-яу!...

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Читайте нас: