Бөтә яңылыҡтар

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Тап шундай исем аҫтында үтте Баймаҡ районы Билал ауыл китапханаһындағы тыл ветерандары өсөн матур сара.

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Тап шундай исем аҫтында үтте Баймаҡ районы Билал ауыл китапханаһындағы тыл ветерандары өсөн матур сара. Беҙҙең төп маҡсат "Хәтер" эҙләнеү ойошмаһы ағзалары, мәғариф ветерандары Әминева Илдүсә Азат ҡыҙы, Байраҡаева Зөлфиә Нур ҡыҙы, Кәримова Сәғирә Зөлфәр ҡыҙы, китапханасы Булатова Райхана Эдуард ҡыҙы авторлығында сығарылған икенсе китаптың исем туйын үткәреү һәм тыл ветерандарына бүләккә китап тапшырыу ине. Бағымсылыҡ күрһәткән район хакимиәтенә тағы бер тапҡыр рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ! "Оноторға хаҡыбыҙ юҡ" исемле китаптан тыл ветерандары, һуғыш йылы балалары тураһында бик күп мәғлүмәттәр табырға мөмкин. "Ауылым яҙмышында Бөйөк Ватан һуғышы" тип аталған тәүге китабыбыҙ һуғыш ветерандары тураһында мәғлүмәттәр һаҡлай. Сара барышында күрһәтелгән слайдтан барлыҡ мәғлүмәтте ҡарап ултырырға мөмкинселек булды.
Кисә йыр - моң менән аралашып барҙы. Дилара Әхмәтованың бейеүе, Вилдан Әминевтың йыры тамашасылар күңеленә хуш килде. Ветерандарҙы район советы депутаты Нәбиуллин Рөстәм Радик улы, хакимиәт башлығы Саптаров Илдар Шәһәрғәзе улы, Билал "Ағинәй" ҙәр советы рәйесе Яруллина Флүрә Рафаэль ҡыҙы ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе, иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы. Рөстәм Радик улы ҡурайҙа төрлө көйҙәр уйнап музыкаль сәләм дә еткерҙе. Мәктәп директоры Садыҡов Фәнүр Фәрит улы "Ветеран Башкортостана" гәзитен яҙҙыртыу, уны халыҡ араһында таратыу акцияһында ҡатнашып, бер дана гәзиткә яҙылған һәм ул бүләк тыл ветераны Мәхмүтова Нәфисә инәйгә эләкте. Рәхмәт! Үкенескә күрә байрамға килә алмаған тыл ветерандары ла булды, уларҙың китаптарын балаларына тапшырып ҡайтарҙыҡ. Китап сығарыу бер кешенең генә һәм әлбиттә бер көнлөк кенә эш түгел икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ. Беҙҙең дә китап нигеҙендә ун йыллыҡ хеҙмәт емешебеҙ ята. Китапҡа мәғлүмәт туплауҙа ярҙам иткән ауылдаштарыбыҙ Шәмситдинов Нурмөхәмәт, Кәримов Мансур, Әминев Арслан, Әминев Зәйнулла ағайҙарға рәхмәт йөҙөнән иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙыҡ. Кисәнең башынан аҙағына тиклем ярҙам итеп йөрөүсе клуб мөдире Сафина Айгөл Нуритдин ҡыҙына, техник хеҙмәткәр Ғайсина Сәғилә Бикйән ҡыҙына рәхмәтлебеҙ! Байрам сараһы сәй табыны менән тамамланды. Ветерандарыбыҙға именлек, һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!
Райхана Булатова,
китапханасы.
Читайте нас: