

Яурындарында уларҙың аҡ фәрештә
Баймаҡ районы “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә нигеҙ 1939 йылда уҡ һалына. Урыҫ милләтенән булған ир кеше тәүләп медицина ярҙамы күрһәтә башлай. Уның ҡармағында бер арбалы аты була. 1940 йылдарҙа ғына матди-техник база булдырыла һәм ПАЗ автобусы бирелә. 1961 йылдың 1 ғинуарында рәсми рәүештә “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте асыла. Шулай итеп һаулыҡ һағында тәүлек әйләнәһенә һаҡта торған, кеше ғүмере өсөн беренсе булып ярҙамға килеүсе хеҙмәт быйыл 60 йыллығын билдәләне.
Баймаҡ районы “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә 7 бригада булдырылған. Баймаҡта – 3 һәм Темәс, Урғаҙа, Төркмән, Йомаш ауылдарында берәр бригада тәүлек әйләнәһенә эшләй.
- Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан Баймаҡ һәм Сибай ҡалаһы “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте бергә ҡушылды, - тине БР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, өлкән фельдшер Гөлфиә Байморатова. - Бөтә булған саҡырыу тәү сиратта Сибай ҡалаһында урынлашҡан диспетчер хеҙмәтенә килә. Беҙҙең база Баймаҡта ҡалды. Быға ҡәҙәр нисек булған – шулай эшләйбеҙ. Көн һайын 7 бригада посҡа баҫа. “Ашығыс ярҙам” машиналары тәү медицина ярҙамы күрһәтергә кәрәкле бөтә ҡоролмалар менән тәьмин ителгән. Тәүлегенә уртаса 40-45 саҡырыу алабыҙ. Йыл башынан 4 меңдән ашыу кешегә ашығыс ярҙам күрһәтелгән. Ошо урында ҡәҙерле минуттарҙы юғалтырға мәжбүр иткән проблема хаҡында ла әйтеп үткем килә. Ауылдарҙа урмадар, өйҙәрҙең номерҙары юҡ. Шулай уҡ ауылдарҙың халыҡ телендә йөрөткән исемдәрен атап, беҙҙә буталсыҡ тыуҙыра. Бындай осраҡта рәсми атамаһын әйтергә кәрәклеген әйтеп иҫкәрткем килә. Шунлыҡтан ауыл биләмәле башлыҡтарынан ауылдың һәр урамын, өйөн күрһәткән карта эшләп биреүҙәрен һорар инем.
“Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә оҙаҡ йылдар эшләп, бай тәжрибә туплаған белгестәр күп. Фельдешрҙар Баймаҡ ҡалаһынан Гөлсөм Сафина, Үтәғолова Лариса, Римма Заманова, Светлана Хәсәнова, Любовь Земскова, Самат Сәйфуллин, Илнур Заһретдинов, Тимур Килдин, Азамат Ғәҙелшин, Илнур Иҫәнюлов, шулай уҡ Төркмәндән Рәзинә Шәкирова, Зилә Ирназарова, Темәстән Фәриҙә Байрамғолова, Фәнил Күсәмышев, Урғаҙанан Эльвира Байрамғолова, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандары Мәрүән Сирусин, Радик Миңлебаевтар күпме кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалғандарын Хоҙай Тәғәлә үҙе генә белә.
Халыҡ һаулығы һағында тәүлек әйләнәһенә посҡа баҫҡан аҡ фәрештәләрҙең тынғыһыҙ эшендә тыныс дежурлыҡ теләйбеҙ.
Лилиә ТАКАЕВА.
Һүрәттә: Баймаҡ ҡалаһы “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте коллективы.