Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
27 Апрель 2021, 12:35

27 апрель - ВАХТОВИКТАР КӨНӨ!

Бөгөн вахта ысулы менән эшләгәндәрҙең һөнәри байрамы. Ул тәүге тапҡыр 2011 йылда билдәләнә. Ә бит уйлап ҡараһаң, беҙҙең илдә, ҡала, районыбыҙҙа һәр икенсе ғаилә башлығы вахтаға йөрөп эшләй. Һуңғы йылдарҙа вахтаға йөрөгән гүзәл заттар ҙа күбәйеп китте. Ҡайҙа ғына йөрөүҙәренә ҡарамаҫтан яҡындарыбыҙ имен-һау булһындар. Беҙҙе һөйөндөрөп торһондар.

2011 йылдан алып Рәсәйҙә 27 апрель вахта ысулы менән эшләгәндәрҙең һөнәри байрамы булараҡ билдәләнә.
Рәсәйҙә хәҙер вахтовик тигән һүҙҙе белмәгән кеше юҡ. Һәр икенсе ғаиләнән кем дә булһа вахтаға йөрөп эшләй. Заман быны үҙе талап итә. Илебеҙҙә эш урындары бик аҙ, булғандарында ла минималь эш хаҡынан саҡ ҡына артығыраҡ түләйҙәр. Балалар үҫә, уның менән сығымдар ҙа арта. Бынан тыш һәр кем лайыҡлы табыш алып, лайыҡлы тормош алып барырға хыяллана.
Ҡайҙа ғына йөрөмәһендәр, һәр саҡ изге фәрештәләр ҡанатын йәйеп торһон. Бәлә-ҡазаларҙан яҡындарыбыҙҙы һаҡлаһын!
Читайте нас