Байрамдар, юбилейҙар
12 Апреля 2021, 09:22

Баймаҡ йондоҙҙары - сәхнәлә

Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә Нефтекама дәүләт филармонияһының концерты ҙур аншлаг менән үтте.

Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә Нефтекама дәүләт филармонияһының концерты ҙур аншлаг менән үтте. “Түнгәүер” бейеү ансамбле төрлө милләт бейеүҙәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы. Уларҙың дәртле баҫыуҙарынан хатта тамашасылар ҙа түҙеп ултыра алманы, урындарҙа ғына булһа ла тыпырҙатып ултырҙылар.

Ә йырҙар һуң! Йырсыларыбыҙҙың моңло, көр тауыштары залға һыймай, тышҡа урғылды. Әйтергә кәрәк, ниндәй генә ансамблде алып ҡарамайыҡ, уларҙың бөтәһендә лә Баймаҡ ҡыҙҙары һәм егеттәре бар. Улар үҙҙәренә генә хас йыр-моңдары, бейеүҙәре менән башҡаларҙан айырылып тора. Был юлы шулай булды. Нефтекама филармонияһында ла күптән инде сағыу һәм матур тауыштары менән тамашасыларҙың һөйөүен яулаған Розалия һәм Азат Ҡарасуриндар, Лиана Ғәлина, Иршат Ҡарасуриндарҙың булыуы оло мәртәбә ине. Уларҙың сығыштарын баймаҡтар аяғөҫтө тороп алҡышланы. Розалия Ҡарасурина-Иҙелбаева алып барыусы булараҡ та күптән инде танылыу алған. Уларҙы һәр ҡайҙа ла ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Концертта ла Ҡарасуриндар оло ихтирам менән әсәләре Рәхимә Ғәйетбаеваның ижад иткән йырҙарын башҡарыуы оло мәртәбәгә лайыҡ ине.

Нефтекама дәүләт филармонияһы башҡаларҙан айырмалы рәүештә йәш ансамбль. Уның директоры - әйткәндәй, Баймаҡ кейәүе Ринат Ғайсин.

Нефтекамаларға бай йөкмәткеле концерттары өсөн йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәттәребеҙҙе белдереп, Баймаҡ сәхнәһендә тағы ла көтөп ҡалабыҙ.

Читайте нас