

Кисә Өмөтбай ауылында ағинәйҙәр йыйыны үтте. “Әүлиә” ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары Баймаҡ һәм Бөрйән райондары ағинәйҙәрен үҙҙәрендә ҡабул итте.
Йыйында Баймаҡ районы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Гүзәл Монасипова етәкселегендә Баймаҡ ҡалаһынан, Ишмөхәмәт, Ишмырҙа, Иҫке Сибай, Беренсе Этҡол, Таһир, Билал, Һәмән ауылдарынан абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Йыйын барышында әүлиәләр мал башы итенә бәйле йолаларҙы, уларҙан аш-һыу әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты.
Әйтергә кәрәк, быйыл Баймаҡта ат фестивале үтәсәк. Уға әҙерлек алып барыу маҡсатында ағинәйҙәр сергетыш тегеү эшенә тотоған. Бөрйәндәр оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеп, уның бар нескәлектәрен асып һалды. Бөрйән районының Нәби ауылынан Таһирға килен булып төшкән Ғәшүрә Рауилова шул ваҡытта әсәһе тегеп әҙерләгән сергетышты оло бер мираҫ итеп һаҡлауын белдерҙе.
Йыйын барышында ике район ағинәйҙәре тәжрибәләре менән уртаҡлашты, фекерҙәр алышты.
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотолары.

