Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Байрамдар, юбилейҙар
1 Апреля 2021, 07:07
1 АПРЕЛЬ - ҠОШТАР КӨНӨ
1 апрель - Бөтә донъя ҡоштар көнө. Был байрам тураһында Һаҡмар мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Фәнис Бәҙретдинов бик матур нәҫер ижад иткән. Әйҙәгеҙ әле, сайтҡа инеп, Фәнистең нәҫерен уҡып сығайыҡ. Осор ҡанаттары нығынһын! ...Йәйгеһен балыҡ ҡармаҡлағанда ҡош телен аңларға өйрәндем. Ул көндө кәкүк ниндәйҙер төҫтө күк, күк, күк тип ныҡыша ине. Ә һар тигән ҡош һары, һары, һары тип еңмешләнә. Ҡайҙалыр төптәрәк тартай сабырһыҙланып тарт, тарт тип ҡысҡыра. Ә һыу үгеҙе уһ, уһ тип нимәнелер тарта. Тартай һаман уға тарт, тип бойора. Төпкәрәк инеп ултырған һупайлы быларҙы күҙәтә шикелле, хуп, хуп тигән булып маҡтап ебәрә. Ә бер ҡош әсе тауыш менән һөҙһөт, һөҙһөт тип ҡысҡыра...
Бөгөн 1 апрель, бөтә донъя ҡоштар көнө.
Байрамдары менән ҡотлап тағараҡтарына ем һалып сыҡтым. Ҡоштарҙың сырҡылдашҡандарын бер аҙ тыңлап торҙом. Иғтибар менән тыңлаһаң ҡош телен аңларға була. Йәйгеһен балыҡ ҡармаҡлағанда ҡош телен аңларға өйрәндем. Ул көндө кәкүк ниндәйҙер төҫтө күк, күк, күк тип ныҡыша ине. Ә һар тигән ҡош һары, һары, һары тип еңмешләнә. Ҡайҙалыр төптәрәк тартай сабырһыҙланып тарт, тарт тип ҡысҡыра. Ә һыу үгеҙе уһ, уһ тип нимәнелер тарта. Тартай һаман уға тарт, тип бойора. Төпкәрәк инеп ултырған һупайлы быларҙы күҙәтә шикелле, хуп, хуп тигән булып маҡтап ебәрә. Ә бер ҡош әсе тауыш менән һөҙһөт, һөҙһөт тип ҡысҡыра. Әле көтөү ҡайтмаған һөт һөҙөргә ҡуша, асыҡҡандыр кис булып бара. Күл аръяғында йөрөгән торналар торайыҡ, торайыҡ тип бер-береһен ашыҡтырып осоп киттеләр. Тотҡан балыҡтарымды йыйып миндә ҡайтырға ҡуҙғалдым.
Фәнис Бәҙретдинов.
Һаҡмар ауылы.
7-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"