Бөтә яңылыҡтар

Һыйырым булһын - түлле, өҫтәлем булһын - һыйлы

Хужалыҡтарҙа һыйырҙар иш, бол килтереп быҙаулай башланы ла инде. Ауыл халҡы өсөн иң күңелле мәл был. Ысынлап та, һөттән ниндәй генә ризыҡ әҙерләмәйбеҙ! Ҡаймағы ла, эремсеге лә, ҡатығы ла, ҡорото ла... Бөгөн иһә беҙ ыуыҙ ҡоймағы хаҡында һөйләшәбеҙ.Халҡыбыҙҙа “ыуыҙ ҡоймағы” тигән йола йәшәй. Ыуыҙ һөтөнән әҙерләргә мөмкин булған ризыҡтар байтаҡ. Иң билдәлеһе, моғайын да, ҡоймаҡтыр.Һыйыр быҙаулағас та ыуыҙҙан ҡоймаҡ ҡойоп, күрше-тирәне һыйлау — башҡорттарҙың борондан ҡалған йолаһы бөгөн дә йәшәй. Ыуыҙ һыйыр быҙаулағандың тәүге өс көнөндә генә була. Ул һөттән ныҡ айырыла. Төрлө витаминдарға бай. Ҡуйы, майлы, һарғылт төҫтә һәм әскелтем тәм бирә.Ыуыҙ ҡоймағын Баймаҡ ағинәйҙәре нисек әҙерләй? бөгөн һүҙебеҙ шул хаҡта.

Һыйырым булһын – түлле, өҫтәлем булһын - һыйлы

Хужалыҡтарҙа һыйырҙар иш, бол килтереп быҙаулай башланы ла инде. Ауыл халҡы өсөн иң күңелле мәл был. Ысынлап та, һөттән ниндәй генә ризыҡ әҙерләмәйбеҙ! Ҡаймағы ла, эремсеге лә, ҡатығы ла, ҡорото ла... Бөгөн иһә беҙ ыуыҙ ҡоймағы хаҡында һөйләшәбеҙ.

Халҡыбыҙҙа “ыуыҙ ҡоймағы” тигән йола йәшәй. Ыуыҙ һөтөнән әҙерләргә мөмкин булған ризыҡтар байтаҡ. Иң билдәлеһе, моғайын да, ҡоймаҡтыр.

Һыйыр быҙаулағас та ыуыҙҙан ҡоймаҡ ҡойоп, күрше-тирәне һыйлау — башҡорттарҙың борондан ҡалған йолаһы бөгөн дә йәшәй. Ыуыҙ һыйыр быҙаулағандың тәүге өс көнөндә генә була. Ул һөттән ныҡ айырыла. Төрлө витаминдарға бай. Ҡуйы, майлы, һарғылт төҫтә һәм әскелтем тәм бирә.

Ыуыҙ ҡоймағын нисек әҙерләйҙәр?

Ҡоймаҡ өсөн бер литр ыуыҙ һөтөнә ярты балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, кәрәкле ҡуйылыҡҡа еткәнсе он алына. Бер аҙ һөт йәки ҡайнаған һыу, бер аш ҡалағындай көнбағыш майы ҡушырға мөмкин. Юғиһә, ул ҡаты буласаҡ. Бөтәһен бергә һалып туҡыйбыҙ ҙа, ғәҙәттәгесә, ҡоймаҡ кеүек итеп ҡоябыҙ.

Ыуыҙ һөтөнән аш

Тәүҙә һауған һөттө һөҙәһең һәм бер нисә сәғәт һалҡында тотаһың. Һуңынан уны һүлпән генә утҡа ҡайнатырға ҡуялар.

Ыуыҙ ҡайнап сыҡҡас, ике (ҡаты һәм шыйыҡ) өлөшкә бүленә. Ҡатыһы — ыуыҙ, шыйығы — ыуыҙ һүле була.

Ыуыҙҙы һөҙөп алып һарҡыталар һәм ҡатыралар.

Һүлендә аш әҙерләйҙәр. Еңелсә ҡыҙҙырылған һуған, тәмләткестәр ҡушалар, һурпа ҡайнап сығыу менән һалма һалына.

Өлөштәргә бүленгән ыуыҙ төшөрөп, бер нисә минут бешереп алалар.

Өҫтәлгә әҙер ыуыҙ ашын ҡорот йәки ҡатыҡ менән бирәләр.

Ашҡа картуф ҡушып бешерергә лә мөмкин.

Ыуыҙ һөтөнән сыр

Кемгә ниндәй тәмләткестәр оҡшай ыуыҙға шуны ҡушырға мөмкин. Һарымһаҡ, борос, укроп алырға була. Уларҙың барыһын да бергә һалып, яҡшы ғына итеп болғатырға кәрәк. Мөмкин тиклем бейегерәк кәстрүл алып, массаны шунда ҡойорға кәрәк. Был мотлаҡ. Сөнки сыр ныҡ ҡына ҡалҡасаҡ. Тағы ла шуныһы – сыр әҙерләгән массаға йөҙөм, күрәгә, ҡара емеш тә ҡушырға мөмкин. Ҡыҫҡаһы, кем нимә теләй, шуны ҡуша ала. Әсе яратҡандар һарымһаҡ, укроп, борос та һала.

Артабан кәстрүлде духовкаға ҡуйырға. Шулай уҡ икмәк бешеп сыҡҡандан һуң мейескә лә тығырға мөмкин.

Ошондай ысул менән әҙерләнгән сыр оҙаҡ һаҡлана, боҙолмай. Тәмле лә, туҡлыҡлы ла.

Иғтибар! Сырҙы мотлаҡ эмалле һауытта эшләргә тырышығыҙ. Алюминдә уның тәме үҙгәрә.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Ә мин былай бешерәм:

Гүзәл Монасипова, Баймаҡ районының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе:

- Иртәнсәк танауҙы тәмле генә май еҫе ҡытыҡлағанға уянып китәһең... Өйҙә ҡоймаҡ еҫе таралған – ыуыҙ ҡоймағы! Кисә кискә табан һыйырыбыҙ быҙауланы бит. Бит-ҡулды йыуа һалаһың да, мейес яғына бараһың. Ә унда... ҡып-ҡыҙыл, эре-эре ҡуҙҙар емелдәй, өҫтөндәге табала ҡоймаҡ шыжлай... Әсәйемдең ике бите лә ҡып-ҡыҙыл, үҙе эстән генә ниндәйҙер йыр мөңгөрләй, беҙгә, 5 балаһына, күҙҙәре йылмайып баға...

Ҡоймаҡты алдыр (табаҡ) өймәле булғансы бешерә лә: “Бар, атайығыҙҙы сәйгә саҡырығыҙ...” - ти. Ишек төбөндәге быйманы эләктерә һалып, тышҡа уҡталам...

Боҫрап ҡайнап ултырған самауырҙы урындыҡҡа ашъяулыҡ өҫтөндәге батмусҡа ултыртабыҙ ҙа, әсәйебеҙҙең ҡоймаҡтарҙы майлап бөтөүен сабыр ғына көтәбеҙ. Эҫе табала эре киҫәкле май тиҙ генә ирей. Әсәйем йәһәт кенә һәр ҡоймаҡты шул майға тығып, өйөп бара... Их, шул майы ағып торған ҡоймаҡтарҙың тәмлелеге!.. Йылыһы бәреп торған мейес эргәһендә урындыҡта күмәкләшеп сәй эсеү кинәнестәре, атай менән әсәйемдең яғымлы йөҙҙәре... Һуңынан әсәйем тәрилкәгә ҡоймаҡ өйә лә: “Бар ҡыҙым, күршеләр ҙә ыуыҙ ҡоймағынан ауыҙ итһен”, - тип әйтеүе була, ҡыуаныстан ауыҙ йырылып китә...

Ни ҡәҙәре бәхетле булған бит бала сағыбыҙ! Ғүмер буйы йөрәктәрҙе йылытып, хәтирәләр күңелдең иң төбөндә һаҡлана.

Айһылыу Үлйәбаева, Ишмырҙа ауылы ағинәйе:

- Ыуыҙ ҡоймағына бәйле йола беҙҙең яҡта ла йәшәгән. Элегерәк һыйырҙар бер ваҡыттараҡ, ҡыш сыҡҡансы быҙаулап бөтөр булған бит. Өләсәйҙәр йәш саҡтарында ыуыҙ ҡоймағына сәйгә йөрөшкән. Уларҙың шулай бер-береһенә ыуыҙ ҡоймағына саҡырышҡандарын иҫләйем. Ҡунаҡҡа барғанда улар һыйыр менән быҙауға ла күстәнәс - бесән, берәй биҙрә һоло, йә булмаһа ярма тотоп барырҙар ине. Сәй табынында ла таҡмаҡтар әйтешеп, йырлап ултыра торғайнылар.

Ә мин ыуыҙ ҡоймағын өләсәйем өйрәткәнсә, сөсөләй бешерәм, ғаиләм дә шулай ярата. Ыуыҙ һөтөнә мотлаҡ һыу ҡушып, яҡты уйҙар, теләктәр әйтеп бешерәм.

Ғәлиә Кейекбирҙина, Йылым ауылының “Ағинәйҙәре” ойошмаһы ағзаһы:

- Йәш үлән сыҡҡас, мал үләнгә туйғас, һыйырҙарҙың да һөтө ҡуйыра. Шул ваҡытта ойотолған ҡатыҡ та иң тәмлеһе һанала. Шунлыҡтан ауылдарҙа “ҡатыҡ тәмләү” йолаһы ла ойошторола. Һәр кем бала-сағалары менән үҙе әҙерләгән ҡатыҡтарын алып, тәбиғәт ҡосағына сығыр булған. Шунда уҡ ҡатын-ҡыҙҙар бер аҙ донъя мәшәҡәттәренән арынып, күрешеп-һөйләшеп алыу, ҡорот эшләү өсөн бер-береһенән ойотмос алмаштырышып, тәмле итеп сәй эсеп ҡайтабыҙ.

Ә бына ыуыҙ ҡоймағын мин ошолай бешерәм. Ғафури районы ҡыҙы, Йылым ауылы килене булараҡ, шуны әйтә алам, Баймаҡта ла ул шулай әҙерләнә. Һыйыр быҙаулағанда ғына ҡойола торған ҡоймаҡ булараҡ, уны әҙерләгәндә айырым диҡҡәт һалып бешергәндәр. Үҙем, ғәҙәттә, сөсөләй бешерелгәнен яратам. Ыуыҙ һөтөн шыйығайтыу өсөн һөт һәм әҙерәк һыу алам. 1-2 йомортҡа һытып болғайым. Самалап шәкәр ҡомо, тоҙ һәм 3-4 аш ҡалағы сейләй ойоған һөт йәки сөсө ҡатыҡ, 1-2 аш ҡалағы көнбағыш майы өҫтәйем. Уларҙың барыһын да яҡшылап болғатып, он ҡушып тағы ла болғатам. Иң аҙаҡ аш содаһы өҫтәйем. Ҡамыр күперә башлаһа масса әҙер, тигәнде аңлата. Ҡыҙҙырылған табала бешереп алам. Ошолай әҙерләнгән ҡоймаҡ йомшаҡ һәм тәмле килеп сыға.

Гөлгенә Тотманова, Ишмырҙа ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе:

- Борондан ҡатын-ҡыҙ бер-береһенә ыуыҙ ҡоймағына сәйгә йөрөшөүҙән тыш, уларҙы күрше-тирәгә, ололарға хәйер итеп тә биргәндәр. Минең әсәйем дә шулай итә торғайны. Ул йола хәҙер ҙә бар. Ейәнсәрем Ленара Игишеваға күршеһе Фәрзәнә Йосопова йыл да ыуыҙ һөтөнән өлөш сығара. Хәйер-саҙаҡаһына доға ҡылып, балаларымды ҡыуандырғаны өсөн рәхмәт әйтеп алабыҙ. Быйыл да ул 3 литрлыҡ ыуыҙ һөтө индергән. Ейәнсәрем беҙҙе лә ҡоймаҡ менән һыйларға уйлап, яртыһын туңдырып ҡуйған булған. Ыуыҙ ҡоймағын үҙенсә бешерә. Ә мин үҙем белгән рецепт буйынса әҙерләп, ейәнсәремә оҫталыҡ дәресе күрһәттем.

Туңған ыуыҙ һөтөн иреткәндән һуң әҙерәк ҡайнаған һыу, 1-2 ҡалаҡ иретелгән май, үҙе ойоған һөт, самалап тоҙ, 1 йомортҡа һалып туҡыйһың. Ныҡ ҡуйыртмай ғына, әҙ-әҙ генә он ҡушып тағы ла болғатаһың. Ошо ысул менән әҙерләнгән ыуыҙ ҡоймағы йомшаҡ ҡына килеп сыға.

Ә ейәнсәрем туң май урынына көнбағыш майы ҡуша, ә бына йомортҡа һалмай. Ул әҙерләгән ыуыҙ ҡоймағын ҡартатаһы бигерәк тә яратып ашай.

Рәшиҙә Фәттәхова, Аҡморон ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе:

- Аҡморонда халҡыбыҙҙың матур йолаһы “Ыуыҙ ҡоймағы” байрамын йыл да уҙғарабыҙ. Ағинәйҙәр менән берлектә мәктәп, балалар баҡсаһына барабыҙ. Балаларға халыҡ йолаһы нигеҙендә халҡыбыҙҙың тарихын өйрәтәбеҙ. Байрам һуңынан уларҙы яңы ғына бешкән ҡоймаҡ менән һыйлайбыҙ. “Ыуыҙ ҡоймағы”нан ҡарттар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе лә ситтә ҡалдырмайбыҙ.

Ыуыҙ ҡоймағы менән һыйланыусылар рәхмәт әйтеп, матур теләктәрен еткерә. “Ағы ла үҙегеҙгә булһын, түле лә үҙегеҙгә булһын”, - тип әйтәләр. Йәғни, көткән малығыҙҙың һөтө-ҡаймағы ла, һыйырығыҙҙың алдағы тоҡомо ла ҡотло булһын, үҙегеҙгә яҙһын, тигән тәрән мәғәнә бирелә.

Ыуыҙ ҡоймағын беҙ былай әҙерләйбеҙ: ыуыҙға ҡайнар һыу йәки сөсө ҡатыҡ ҡойоп, тәменә ҡарап тоҙ, көнбағыш майы өҫтәп, яҡшы итеп болғатабыҙ. Һәр хужабикә әҙерләгән ыуыҙ ҡоймағы телеңде йоторлоҡ тәмле була.

Ыуыҙ һөтөнә бәйле ырымдар, йолалар:

- Орғасы йәки үгеҙ быҙау алырға ниәтләгәндәр, ир йәки ҡыҙ балаға ыуыҙ эсереп теләк теләгәндәр.

- Диета тотоусыларға аҙлап ҡына ыуыҙ биргәндәр. Ул әкренләп билдәләнгән нормаға еткерелә.

- Яңы тыуған малға тыуғандың беренсе сәғәтендә ыуыҙ һөтө эсерелә. Был быҙауҡайға аяҡҡа баҫырға ярҙам итә.

Һыйырға бәйле мәҡәл-йомаҡтар

- Тана һыйыр сыҡмай, оло һыйыр инмәй.

- Аҡ һыйыр: “Торайыҡ”, - ти,

Ҡара һыйыр: “Ятайыҡ”, - ти.

- Аҡ һыйырым тороп китте,

Ҡара һыйырым ятып ҡалды.

- Аҡ айыу тороп китер, ҡара айыу ятып ҡалыр.

- Ҡара һыйырым ятып ҡалды,

Аҡ кейеҙем тороп китте.

- Һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫра.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор фотолары. Анонс фотоһында: Түбә ауылы ағинәйҙәре ыуыҙ ҡоймағы бешерә.

Читайте нас