Бөтә яңылыҡтар

25 март - Изге ғәмәлдәр көнө

Бөгөн шундай матур көн! Көн дә аяҙ, ҡояш та балҡып тора. Бар тәбиғәт уянғандай тойола. Күңелдәр таҙарып, сафланып ҡалғандай тойола. Ә һеҙ беләһегеҙме, бөгөн изге ғәмәлдәр көнө билдәлдәнә. әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә изгелекле, игелекле булайыҡ. Насар уйҙар күңелде ҡорт кеүек кимермәһен. Күптән үпкә тотҡан кешеләрегеҙҙе ғәфү итегеҙ. Асыҡ йөҙ, йылмайыу бүләк итәйек. Изге эштәр эшләйек!


Бөгөнгө ғәҙәти булмаған байрам. Изге эштәр көнө. Был көндә кеше бер-береһенә ярҙам итә, күптән күңелен өйкәгән үпкәләрен оноторға тырыша.
Изге ғәмәлдәр көнө, легенда буйынса, 14-15 быуаттарҙа барлыҡҡа килгән. Мәскәүгә сауҙагәр килеп төшә. Ул үҙ аҡсаһын мохтаждарға таратҡан. Юҡ, ул аҡсаһын елгә ташламай. Ысынлап та мохтаж булғандарға бирә. Мәҫәлән, кемдеңдер ҡыйығын ремонтлар кәрәк, тап уға ярҙам күрһәтелгән. Шулай уҡ йорт кәрәк-яраҡтарын эшләү өсөн тотона ул. Был изге ғәмәлдә шул урамда йәшәгән кешеләр күтәреп ала. Был көндө бер-береһенә изгелектәр эшләй башлайҙар. Тиҙҙән был байрам бар донъяға таралып китә. Ә беҙ изге ғәмәл эшләй алабыҙмы? Уйлап ҡарайыҡ әле!
Читайте нас