Гүзәл Мырҙаҡаева – тегенсе. Ябай тегенсе түгел, ә милли кейемдәр тегеү оҫтаһы ул. Бөгөн ул ҡаланың “Айыуҡай” балалар баҡсаһында кастелянша булып эшләй. Үҙ иңенә һалынған бурыстарҙы үтәүҙән тыш, милли кейемдәр тегеүҙе лә үҙ өҫтөнә алған. Уның оҫта ҡулдарынан ҡатын-ҡыҙҙар түшелдереге, селтәр, ҡашмау кеүек әйберҙәр ҙә тыуа.
Гүзәл Мырҙаҡаева - Ярат ауылы ҡыҙы. Урындағы мәктәпте тамамлағас, Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек училищеһында тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Йүнәлтмә буйынса “Йылайыр” совхозында, һуңынан тыуған ауылында, Карл Маркс исемендәге колхоздың теген цехында эшләй. Шул ваҡытта уҡ ул ҡурсаҡтарға башҡорт милли кейемдәрен тегә башлай. Был яңы шөғөлө башҡаларға ла бик оҡшап ҡала. Заказдар ҙа күпләп килә башлай.
Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, ғаилә Баймаҡҡа күсеп килә. Өс йыл элек ул “Айыуҡай”ҙа эш башлай. Гүзәл Ғәлимнур ҡыҙының кәсебен яратып өлгөргәндәр Баймаҡта ла уны эҙләп таба. Шул дәүерҙән алып ул кескәй балаларҙы башҡорт рухында тәрбиәләүгә бағышлай. Ҡурсаҡтарға төрлө милләт кейемдәре кейҙереп, сынъяһау итеп ултыртып ҡуя. Улар араһында бөгөн төрлө башҡорт күлдәк-камзулдарынан тыш татар, тыва милли кейемлеләре лә бар. Гүзәл Ғәлимнур ҡыҙының ҡурсаҡтары бөгөн балалар баҡсаһында, район һәм республика кимәлендә ойошторолған барлыҡ сараларҙа ла ҡатнаша. Балаларға башҡорт рухында тәрбиәләүҙә үҙенең дә тос өлөшө булыуына сикһеҙ шатлана ул.
Оҫта тегенсе ҡурсаҡтарға ғына түгел, балаларға ла милли кейемдәр, хәрби һәм башҡа кейемдәр тегеп биреп тә ҡыуандыра.
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы.