-16 °С
Болотло
Уның өсөн кәрәк:
500-700 гр фарш, шул сама картуф. Уртаса ҙурлыҡта 2 һуған, 100 гр ҡаты сыр йәки ҡаймаҡ, 50 гр аҡ май, 1-2 помидор кәрәк була. Самалап тоҙ, көнбағыш майы алына.
Картуфты тоҙ һалып бешереп алабыҙ һәм аҡ май ҡушып иҙәбеҙ. Ваҡ итеп туралған һуғанды фаршҡа ҡушабыҙ һәм табаға һалып, тоҙ һибеп, бер аҙ бешереп алабыҙ. Помидорҙарҙы түңәрәтеп ҡырҡабыҙ.
Табаны майлайбыҙ һәм уға иҙелгән ҡартуфтың яртыһын йәйеп һалабыҙ. Уның өҫтөнә ҡыҙҙырылған фаршты һалабыҙ һәм өҫтөнә ҡалған картуфты һалып тигеҙ итеп йәйәбеҙ. Артабан туралған помидорҙы һәм ҡырғыстан үткәрелгән сыр йәки ҡаймаҡ һалып сығабыҙ.
200 градус эҫелектәге духовкала 20 минут бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!