Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
17 Февраль 2021, 16:46

17 февраль -- ИЗГЕЛЕК КӨНӨ

Эйе, бөгөн тап уйламағанда килеп сыҡҡан изгелек көнө. Изгелек ҡылыу өсөн ниндәйҙер сәбәптәр, әҙерлек тә таалап ителмәй. Юлдан сыға алмай торған оло йәштәге кешене етәкләп сығарышыу, ауыр сумкаһын алып барырға ярҙам итеү ҙә изгелек билдәһе. Бының өсөн артыҡ күп ваҡыт та, сығым да талап ителмәй. Әйҙәгеҙ, изгелек сылбырын башлап ебәрәйек. Һөҙөмтәлә ике яҡ та бер аҙға ғына булһа ла бәхетле минуттар кисерер.

Был байрам үҙ башланғысын АҠШ-тан ала. Әммә бөгөн был байрамды бар донъя билдәләй. Был көндә күп кенә илдәрҙә мәрхәмәтлелек акциялары үткәрелә.
Ә шулай ҙа изгелек, изге эштәр үҙҙәре үк яҡшы күренеш. Күңелдә шатлыҡ тойғолары алып килә бит ул! Ә һеҙ изгелек күрһәтергә яратаһығыҙмы?
Читайте нас: