Һаҡмар
+8 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Байрамдар, юбилейҙар
23 Января 2021, 15:34
Бөгөн ҡулдан яҙыу көнө
Почеркка ҡарап кешенең характерын билдәләп була икәнен беләһегеҙме?
Бөгөн ҡулдан яҙыу көнө.
Беләһегеҙме? Почеркка ҡарап кешенең характерын билдәләп була икән.
✅ Сите йыртылған, майланып, бысрап торған ҡағыҙ хужаһының һәпрә, йыбытҡы, мәүеш, хатта һаран булыуы ихтимал.
✅Ҙур һәм таҙа ҡағыҙ йомарт, ыҫпай, бөхтә, йыйнаҡ һәм ыҡсым кеше тураһында һөйләй.
✅Хәрефтәрҙең ҙур-бәләкәй булыуына ҡарап кешенең йәшен, физик торошон билдәләп була.
✅ Символдар эре яҙылған кешелә лидерлыҡ һыҙаттары бар. Улар хис-тойғоларын тиҙ генә белдереп бара, тиҙ генә аралашып китә торған кешеләр була. Уйламағанда яңы таныштары ла барлыҡҡа килә.
✅ Бәләкәй генә хәрефтәргә маҡсатлы, баҫалҡы, тотанаҡлы кешеләр өҫтөнлөк бирә.
✅Ҡағыҙҙың ситенә тиклем тултырып яҙыусылар һаҡсыл булыуы менән айырылып торалар.Ҡайһы саҡ бындай яҙма хужалары ваҡсыл, хатта һаран булыуы ла бар.
✅Ҡағыҙ ҡырыйында ҙур урын ҡалдырғандар киреһенсә йомарт була. Ҡайһы берҙәре дан-шөһрәт ярата, маҡтанырға ярата икән.
✅Ныҡ баҫып яҙғандар эш һөйөүсән йә энергияһы ташып торған була. Ундайҙар тирә-йүндәгеләр менән тиҙ генә бәйләнеш булдыра, үҙ эсенә бикленергә яратмай.
✅ Ә бына ипләп кенә яҙыусылар яңғыҙлыҡҡа өҫтөнлөк бирә, шаулы компанияларҙы яратмайҙар. Романтик булалар.
"Юлдаш" төркөмөнән алынды.
Фото асыҡ сығанаҡтан.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"