Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
6 Ғинуар 2021, 16:19

Тырыш, ныҡыш, ҡаратырыш - 7

2021 йылда, Көнсығыш календары буйынса, Аҡ металл Ҡомаҡҡа алмашҡа шундай уҡ Аҡ металл Һыйыр килә. Беҙҙең арала кемдәр “Һыйыр”? “Һыйыр” булараҡ, улар ниндәй? Башҡаларҙан нимәһе менән айырыла? Йондоҙнамәгә ышаналармы? Шулай итеп, һүҙҙе “Һыйыр”ҙарға бирәбеҙ.Сәлимә Филүс ҡыҙы Яҡшығолова, ҡаланың 2-се мәктәбе уҡыусыһы, 2009 йылда тыуған:

Сәлимә Филүс ҡыҙы Яҡшығолова, ҡаланың 2-се мәктәбе уҡыусыһы, 2009 йылда тыуған:
- Быйыл мин беренсе тапҡыр үҙ йылымды ҡаршылайым. Шунлыҡтан шатлығым ҙур. Мөғжизәгә ышанам. Дәртләнеп, түҙемһеҙлек менән көтәм. Ә үҙемә килгәндә иһә дуҫтарыма, туғандарыма ярҙам итергә тырышам. – Тәүҙә физкультура уҡытыусыһы булырға хыялландым. Сөнки улар даими рәүештә спорт менән шөғөлләнгәнлектән, ауырымай. Хәҙер иһә мине матурлыҡ донъяһы үҙенә саҡыра. Бәлки, шуғалыр ҙа һүрәт, фотоға төшөрөү менән мауығам. Матурлыҡты яратам. – Йондоҙнамәгә ышанам. Буш ваҡытымды күберәк ҡартатайым Рәиф Татлыбаев менән уҙғарам. Ул да йондоҙнамәгә ышана. Бергәләп телевизорҙан шундай темаға арналған тапшырыуҙар ҡарайбыҙ. Һуңынан фекер алышабыҙ. Ҡыҫҡаһы, ҡартатайым менән уртаҡлыҡ, оҡшаш һыҙаттар күп.
Читайте нас: