Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
6 Ғинуар 2021, 16:15

Тыныс, ныҡыш, ҡаратырыш - 6

2021 йылда, Көнсығыш календары буйынса, Аҡ металл Ҡомаҡҡа алмашҡа шундай уҡ Аҡ металл Һыйыр килә. Беҙҙең арала кемдәр “Һыйыр”? “Һыйыр” булараҡ, улар ниндәй? Башҡаларҙан нимәһе менән айырыла? Йондоҙнамәгә ышаналармы? Шулай итеп, һүҙҙе “Һыйыр”ҙарға бирәбеҙ.Заһит Ишбулат улы Ғүмәров, район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет директоры, 1997 йылда тыуған:

Заһит Ишбулат улы Ғүмәров, район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет директоры, 1997 йылда тыуған:
- “Һыйыр”ҙар яуаплы, һәр эште урынына еткереп башҡарырға тырыша, аралашырға яраталар, кеше менән тиҙ уртаҡ тел табалар. Мәҫәлән, мин үҙем алдыма маҡсат ҡуйып, шуға ынтылып йәшәйем. Тап шул һыҙатым мине еңеүҙәргә килтерә. – Класташтарым араһында ла тап шундай һыҙаттарға эйә булыусылар күп. Йырсылар, шағирҙар, күренекле шәхестәр бар. Бөтәбеҙ ҙә тиерлек юғары уҡыу йортон тамамлағанбыҙ. – Йондоҙнамәгә ышанмай инем, һуңғы ике йыл инде уның менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. Яҙылғандарға ҡарап, өйрәнеп барам. Киләсәктә иһә йәштәр менән берлектә күберәк яңы проекттар өҫтөндә эшләргә тигән планым бар. Үҙүҫеш өҫтөндә эшләргә уйлайым.
Читайте нас: