Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
6 Ғинуар 2021, 16:06

Тыныс, ныҡыш, ҡаратырыш - 2

2021 йылда, Көнсығыш календары буйынса, Аҡ металл Ҡомаҡҡа алмашҡа шундай уҡ Аҡ металл Һыйыр килә. Беҙҙең арала кемдәр “Һыйыр”? “Һыйыр” булараҡ, улар ниндәй? Башҡаларҙан нимәһе менән айырыла? Йондоҙнамәгә ышаналармы? Шулай итеп, һүҙҙе “Һыйыр”ҙарға бирәбеҙ.Яугилдина Ғилминур Дәүләтғәле ҡыҙы, Әбделкәрим ауылында йәшәй, 1949 йылда тыуған:

Яугилдина Ғилминур Дәүләтғәле ҡыҙы, Әбделкәрим ауылында йәшәй, 1949 йылда тыуған:
- “Һыйыр” булараҡ, тыныс холоҡломон, кеше менән талаша һалып бармайым, бәхәскә лә инмәйем, ҡысҡырып та һөйләшмәйем, көлмәйем дә. Киләһе йылдан оло кеше нимә теләй? Әлбиттә, һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, балаларҙың имен-һау булыуҙары, ҡыуанып йәшәүҙәре инде. Донъялар тыныс торһон. – Кешенең ниндәй йылда тыуғанына ҡарап, характеры ла шуға тап киләлер, тип уйлайым. Бер улым Тауыҡ йылында тыуған ине, мәрхүм булып ҡалды инде. Әтәс һымаҡ ул да осоп-ҡунып йәшәне. – Йондоҙнамәгә ышанам. Ҡарап, танышып барам. Тап килгән ерҙәре бар. Ғөмүмән, халыҡ юрауҙары, һынамыштары менән ул оҡшаш бит. Мәҫәлән, ай кәртәләнһә – буранға. Ҡояш ҡолаҡланһа, йә ямғыр, йә ҡар яуа.
Читайте нас: