Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
6 Ғинуар 2021, 17:24

Балыҡ ҡап-ҡап...

#РеспубликанскийЦентрНародногоТворчества #РЦНТ #МКРБ # #Яңыйылялитәбеҙбергәләп#ИҫкеСибаймәҙәниәтйорто#Иҫке Сибай ауылының Ҡарағайлы буйындағы быуала тәүгә балыҡсылар ярышы үтте.

#РеспубликанскийЦентрНародногоТворчества #РЦНТ #МКРБ # ңыйылялитәбеҙбергәләпҫкеСибаймәҙәниәтйорто#
Ҡарағайлы буйындағы быуала тәүгә балыҡсылар ярышы булып үтте. Дәррәү генә йыйылып урынлашып, ҡармаҡтарын һалып, тын ғына балыҡ эләгеүен көтөп, башланды ла инде ярыш. Ғаиләләре менән Шәһит һәм Әнисә Утарбаевтар, кейәүҙәре,ҡыҙҙары һәм һеңлеһе менән Юлай Баязитов, бала-саҡтан балыҡ тоторға яратҡан ир-егеттәр йыйылған ине. Әммә араларында бер бөртөк ҡатын-ҡыҙ Зөһөрә Ғәйнуллина. Балыҡ тынлыҡты ярата тип яр өҫтәндәге шау - шыуға аптырағандыр инде, әммә төрлөһөн оҫта балыҡсылар эләктерҙе лә инде. Көйәрмәндәр ҙә йылы сәй менән һыйлап, тын алмай көттөләр. Шулай итеп балыҡсылар династияһы-номинацияһына Баязитовтар, иң өлкән балыҡсы- Филҡәт Янбаев, иң йәш балыҡсы- Даян Утарбаев, Иң беренсе балыҡ эләктереүсе- Юлай Ғайсин, иң күп балыҡ тотоусы- Радик Сәйфутдиновтар лайыҡ булды. Ә инде берҙән бер ҡатын-ҡыҙға иң супер балыҡсы - тигән номинацияға эйә булды.
Ошо бәйгене ойоштороусы, баһалаусы, бағымсы Фәнил Рамаҙан улы һәм Линиза Ирмәковтарға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Барығыҙы ла ҡотлайбыҙ, рәхмәт ҡатнашҡанығыҙ өсөн.
Миңнур Һунаршина.
Читайте нас: