Аҡтау ауылында уҡытыусы Мөжәүир Оморҙаҡ улы һәм Миңлевафа Шафиҡ ҡыҙы Мәҡсүтовтарҙың ғаиләһендә тәүге бала булып тыуа Венера. Атаһын райондың “Яңы тормош”, Ленин исемендәге, Фрунзе исемендәге колхоздарға партком секретары итеп тәғәйенләүҙәре сәбәпле, ҡыҙға Өарамалы, Таулыҡай, Ишмырҙа, Түбә мәктәптәрендә уҡырға тура килә. ғуңынан ғаилә Темәс ауылында төпләнә.
Темәс урта мәктәбен тамамлағас, Венера Сибай ҡалаһында математика уҡытыусылары әҙерләү курстарында уҡый, хеҙмәт юлын Өмөтбай мәктәбендә башлай. Артабан Йоматауҙағы ауыл хужалығы техникумына уҡырға инеп, бухгалтер һөнәрен алып сыға. Хеҙмәт эшмәкәрлеген “Һәүәнәк” совхозында дауам итә.
Райондың иң эре ауыл хужалығы предприятиеларының береһендә эшләгән осорҙа Венера Мөжәүир ҡыҙы совхозға эшкә килгән йәш белгес – зоотехник Самат Зәйнулла улы Бикбирҙин менән таныша һәм улар ғаилә ҡора. Бикбирҙиндар хужалыҡты үҫтереүҙә тырышып эшләй, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, икеһе лә комсомол сафында була. Самат Зәйнулла улы хужалыҡтың комсомол комитеты секретары итеп тәғәйенләнә, уның инициативаһы менән стадион төҙөлә. Комсомол хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн В.Бикбирҙина Башҡортостан өлкә комитетының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
әаилә башлығы Баймаҡ район комитетына эшкә тәғәйенләнгәс, Бикбирҙиндар ҡалаға күсә. Венера Мөжәүир ҡыҙы ит комбинатында бухгалтер, колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһында оҙаҡ йылдар баш бухгалтер булып эшләй. Ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын тамамлай.
1985 йылда Бикбирҙиндар ғаиләһе йәнә Темәскә күсә – леспромхоз директоры А.М. Кантюковтың саҡырыуы буйынса Венера Мөжәүир ҡыҙы хеҙмәт юлын баш бухгалтер булып дауам итә. Артабан “Күгиҙел” совхозында, “Һаҡмар” леспромхозында эшләй. Ул саҡтарҙы ветеран бына шулай тип хәтерләй: “Темәс леспромхозында эшләүем менән ғорурланам. Ул бик бай, гөрләп торған, бөтөн яҡтан үҫешкән ойошма ине. Унда сусҡа фермаһы ла булды, йылҡысылыҡ тармағы ла үҫеште, йәшелсә баҡсаһы ла бар ине. Предприятие эшселәргә өйҙәр төҙҙө, китапхана, клубтар тотто, балалар баҡсаһы ла уның ҡарамағында ине. Йәштәрҙе уҡыу йорттарында уҡытыу өсөн стипендия түләне. Директоры А.М. Кантюков һоҡланғыс кеше, талантлы ойоштороусы, һәр яҡлап матур кеше булды. Коллектив 600 кешене тәшкил итте, бер ғаилә булып эшләнек. ғөмүмән, ҡайҙа ғына эшләһәм дә, бергә эшләгән коллегаларымды бик ихтирам менән хәтергә алам. Ана шундай ҙур ойошмаларҙың тарҡалыуы һәм юҡҡа сығыуы бик үкенесле, әлбиттә... Шулай ҙа тормошом менән бик ҡәнәғәтмен, барыһына шөкөр итеп йәшәйем. Ҡул эштәрен үҙ итәм – сигергә, бәйләргә, ҡорама ҡорорға яратам. Китап, гәзит-журналдарҙы күпләп алдырам һәм уҡыйым. Тормоштан артта ҡалмайым – интернет селтәрендә ултырам, дуҫтарым менән аралашам”.
Венера менән Самат Бикбирҙиндар Темәстә күркәм йорт һалып, матур донъя көтә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетә, баҡса үҫтерә. Өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Лилиә менән Зарема юғары белемле белгестәр. Улдары Салауат иһә Себер тарафтарында быраулаусы булып эшләй. Улар дүрт ейән-ейәнсәр һәм бүлә һөйөп кинәнә.