Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
27 Декабрь 2020, 22:57

Балаларҙың шат тауыштары бәхет өҫтәне

Бөгөн Үрге Иҙристә Шыршы байрамы уҙҙы.

Үрге Иҙрис ауылы бөгөн балаларҙың шат тауыштарынан яңғырап торҙо. Шулай булмай ни! Улар өсөн ауылыбыҙҙың йәш һәм уңған ғаиләләре Зәлиә менән Айнур Айытбаҽвтар, Гүзәлиә менән Салауат Cалиховтар саф һауала Шыршы байрамы уҙғарҙы. Уның өсөн тәүҙә урамда боҙҙан Яңы йыл ҡаласығы эшләп, биҙәлгән Шыршы ултыртып әҙерләнеләр. Балалар
Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән төрлө йырҙар йырланы, бейене, төрлө уйындар уйнаны,
һырғалаҡтан шыуҙылар. Балаларға төрлө бүләк-күстәнәстәрҙе лә Айытбаевтар һәм Салиховтар үҙҙәре әҙерләгән ине. Балалар Шыршы байрамынан шат күңел менән таралышты. Шундай күңелле сара ойошторған ауылдаштарыма рәхмәт белдерәбеҙ.
Рәсимә Халиҡова.
Читайте нас: