Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
26 Декабрь 2020, 20:39

Юлыҡта ла бар боҙ ҡаласыҡ!

Ошо көндәрҙә Юлыҡ ауылында ла мөғжизәле, тылсымлы ҡаласыҡ ҡалҡып сыҡты.

Яңы йыл – күптәрҙең яратып көтөп алған байрамы. Мөғжизә көткән күңел һәр тылсымға ышана.
Бөгөн ҙур был байрамға Баймаҡ ҡалаһында ғына түгел, һәр ауылда Яңы йылды ҡаршылауға әҙерлек әүҙем бара. Шыршылар биҙәлә, боҙ ҡаласыҡтар ҡалҡып сыға, һырғалаҡтар төҙөлә...
Ошо көндәрҙә Юлыҡ ауылында ла мөғжизәле, тылсымлы ҡаласыҡ ҡалҡып сыҡты. Урындағы “Б.Ф. Миңнибаев” крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Борис Миңнибаев ауылдаштарына шундай ҙур бүләк әҙерләгән.
Бөгөн унда балаларҙың шат тауыштары яңғырай. Етеп килгән Яңы йыл менән, дуҫтар!
Читайте нас: