Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
7 Ноябрь 2020, 18:05

7 ноябрь - Бөтә донъя ир-егеттәр көнө

Хөрмәтле ир-егеттәрҙең барыһын да ҡотлайбыҙ!- Кем ул ИР?- Шулай ҡушҡандыр тәҡдИР:Бер ҡараһаң – мосафИР,Бер ҡараһаң – баһадИР,Бер ҡараһаң, ул - шағИР,Һәр яҡтан да бик маһИР.Ана шул инде ул ИР,Ана шул була ул ИР.Ике ҡулына эш бир,Маңлайында булыр тир,Арыу белмәҫ, белмәҫ сир!Йәнә лә ИР ул – яугИР,Менгән аты булыр кир,Әйтерһең дә, король ЛИР:- Һәр ерҙә мин еңәм ти(е)р.Уға ҡарап торор мир,Ана шул инде ул ИР,Ана шул ул ысын ИР!-ИР кем ул?-ИРене елгә ярылған,ИРетеп эскән ҡар һыуын,ИРмен тигән ИРҙер ул.ИРешмәктән ниәтенәИРтәнсәк иртүк тороуыИРәмәлдән урап ҡайтҡанИРәүәндәй күренер.ИРмәк яғы ла булыр,ИРкәләнеп тә алыр.ИРәндек бөркөтө һымаҡ,ИРкенлекте һөйөр ул,ИРек даулап йөрөр ул,ИРмен тигән ИРҙер ул,ИРмен тигән ИРҙер ул!(Мөнир Фәйзуллин).

Хөрмәтле ир-егеттәрҙең барыһын да ҡотлайбыҙ!

- Кем ул ИР?
- Шулай ҡушҡандыр тәҡдИР:
Бер ҡараһаң – мосафИР,
Бер ҡараһаң – баһадИР,
Бер ҡараһаң, ул - шағИР,
Һәр яҡтан да бик маһИР.
Ана шул инде ул ИР,
Ана шул була ул ИР.
Ике ҡулына эш бир,
Маңлайында булыр тир,
Арыу белмәҫ, белмәҫ сир!
Йәнә лә ИР ул – яугИР,
Менгән аты булыр кир,
Әйтерһең дә, король ЛИР:
- Һәр ерҙә мин еңәм ти(е)р.
Уға ҡарап торор мир,
Ана шул инде ул ИР,
Ана шул ул ысын ИР!
-ИР кем ул?
-ИРене елгә ярылған,
ИРетеп эскән ҡар һыуын,
ИРмен тигән ИРҙер ул.
ИРешмәктән ниәтенә
ИРтәнсәк иртүк тороуы
ИРәмәлдән урап ҡайтҡан
ИРәүәндәй күренер.
ИРмәк яғы ла булыр,
ИРкәләнеп тә алыр.
ИРәндек бөркөтө һымаҡ,
ИРкенлекте һөйөр ул,
ИРек даулап йөрөр ул,
ИРмен тигән ИРҙер ул,
ИРмен тигән ИРҙер ул!

(Мөнир Фәйзуллин).
Читайте нас: